Урындағы клуб бинаһы күптән авария хәлендә тип танылыу сәбәпле, мәҙәни саралар ауыл мәктәбе бинаһында үткәрелеп килде. Клубты ремонтлау пландары күптән булып, яңы бинаның проекты әҙер ине. Ә уны тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеүҙә Йөйәк оҫтабикәһе Гөлсирә Салауатова ярҙам итә. Инвестиция һабантуйында ул Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итә.
Яңы клубта Гөлсирә апай ҡулланма ижад менән шөғөлләнеп, йәштәрҙе ҡул эштәренә өйрәтәсәк. Инйәр ауылының балалар сәнғәт мәктәбенән уҡытыусылар килеп, йөйәктәрҙе ҡурайҙа уйнарға, хореографияға өйрәтәсәк. Һәм, әлбиттә, бында ауылдың бөтә мөһим саралары ла үтәсәк. Объект "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Подрядсы - Өфөнән "Төҙөлөш фирмаһы 15 БНЗС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер эштәрен башҡарған һәм хәҙер нигеҙ һалыуҙы алып бара. Төҙөлөштө тамамлау ваҡыты - 2025 йылдың июле.