Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь , 17:12

Башҡорт бейеүен данлай “Еҙ үксә”

Икегә ярып үргән сәс остарында сулпы-сәсмәүҙәрен сыңлатҡан һылыуҙар, ҡамсат бүрек аҫтынан ҡараштарынан осҡон сәскән сая егеттәр, ҡупшы милли кейемдәрҙә тыпырлап торған малай-ҡыҙҙар... Бейеү сәнғәтен үҙ иткәндәрҙең һәммәһе лә ашҡынып көтөп алды был көндө. Шығай "Өлкәр" башҡорт мәҙәни үҙәгендә Риф Ғәбитов призына "Еҙ үксә" бейеү конкурсының финал туры быйыл да ғәйәт ҙур күтәренкелек, рухи берҙәмлек менән уҙҙы.

Башҡорт бейеүен данлай “Еҙ үксә”
Башҡорт бейеүен данлай “Еҙ үксә”

Эйе, һуңғы йылдарҙа республикала, шул иҫәптән районда ла, бейеү сәнғәтен пропагандалау, уның камил үҫешен тәьмин итеү, урындағы халыҡ бейеүҙәрен һаҡлау, үҫтереү кеүек изге маҡсаттарҙы күҙаллаған бихисап проекттар тормошҡа ашырыла. 

- Республикала башҡорт мәҙәниәтен тергеҙеүгә, йәғни тарихҡа, музыкаға, киноға, сәнғәткә, әҙәбиәткә ҙур иғтибар бирелә. Һәләтле кешеләребеҙ ҙә бик күп, улар Башҡортостан үҫешенә үҙ өлөшөн индерә, төбәктең һәр йәһәттән таянысы булып тора. Һәм, әлбиттә, беҙҙең йолалар һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙа ла улар төп көс, - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров “Тура бәйләнеш” барышында.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы башланғысы менән ғәмәлләшкән "Еҙ үксә" зона бейеү конкурсы ла йылдан-йыл үҙенең географияһын киңәйтә. Мәртәбәле сарала быйыл Белорет, Межгорье, Баймаҡ, Учалы ҡалаларынан, Белорет, Учалы Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан 17 бейеү коллективы, 15 яңғыҙ башҡарыусы һәм 4 дуэт ҡатнашты. Уларҙы республикабыҙҙың мөрәүәтле вә мәшһүр шәхестәре - Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Риф Ғәбитов, Рәсәй Федерацияһының - атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, виртуоз бейеүсе Рим Әбделмәнов, Рәсәй Федерацияһының - атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллин баһаланы.

Бер нисә йыл эсендә халыҡтың күңелен яулап өлгөргән бай йѳкмәткеле саранан мөхтәрәм ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, муниципаль район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова ла ситтә ҡалманы. Улар һәммәһенә уңыштар теләп, тап ошо көндө үҙенең ғүмер байрамын билдәләгән Риф Фәтих улына тәбрик вә ихтирам һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ҡотлауҙарға шулай уҡ бейеүсенең төйәктәштәре - Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева һәм ауылдашы, әүҙем йәмәғәтсе Зинаф Әхмәтшин да ҡушылды. 

Әлбиттә, башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнитмешен, һөнәр-кәсептәрен сағылдырған, батыр рухын данлаған бейеүҙәрҙең бөгөн дә сәхнәнән төшмәүе бик мәслихәт күренеш. Айырыуса йәш быуындың тап халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы, өйрәнеүе был сәнғәт төрөнөң киләсәге өмөтлө булыуы, үҫеше тураһында һөйләй. Ижади конкурста ла ҡатнашыусылар  халҡыбыҙҙың яратҡан “Ете ҡыҙ”, “Заһиҙә”, “Оҙонсәс”, “Бөрйән ҡыҙы”, “Һунарсы”, “Рекрут”, “Тыпырҙаҡ”, “Ҡоҙаса”, “Ләүсәтин”, “Ғәйбәтсе”, “Ҡара-ҡаршы”, “Колхоз йәштәре” һәм башҡа бейеүҙәренә өҫтөнлөк биргән. Әйтергә кәрәк, яңғыҙ башҡарыусыларҙың, коллективтарҙың әҙерлек кимәле, милли костюмдарҙың эстетик торошо, зауыҡлығы, теге йәки был бейеү өсөн ярашлы булыуы быйыл айырата юғары баһаланды.

Йәнә, конкурс - тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡты камиллаштырыу, яңы идеялар   өсөн бына тигән шәп майҙан да. Баһалама комиссияһы кәңәшләшкән арала сәхнәлә Инйәр балалар сәнғәт мәктәбе хореографы Хәбир Мортазин йәш бейеүселәр менән оҫталыҡ дәресен уҙғарҙы.   

Жюри ағзаларының дөйөм ҡарары буйынса, 9 йәшкә тиклемге балалар бейеү коллективтары араһында II дәрәжә лауреат исемен Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Ләйсән” бейеү ансамбле (етәксеһе Д.Й. Рәхмәтова) һәм Учалы районының “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Ф.Ф. Кәримов, Г.И. Кәримова) яуланы.

10-13 йәшлек балалар бейеү коллективтары араһында Учалы районының “Оҙонгүл” бейеү ансамбле - I, Уральск ҡасабаһынан Динислам һәм Нурислам Үҙәнбаевтарҙың дуэты (етәкселәре Н.И. Рябцева), Инйәр ауылынан Азалия Солтанова һәм Камил Торҙағәлиндың дуэты (етәкселәре Х.Ә. Мортазин) II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.

10-13 йәшлек балалар төркөмөнән “Өлгөлө ансамблдәр” номинацияһында Әбйәлил районының “Фантазия” өлгөлө хореографик ансамбле (етәксеһе Э.Ә. Килдийәрова) - I, “Инйәр” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Х.Ә. Мортазин) II дәрәжә лауреат исеме менән баһаландылар.

14-17 йәшлектәр төркөмөнән Белорет медицина колледжының “Ялҡын” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Л.В. Кваснина, С.В. Меркулова) - I, Бөрйән районының “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Н.М. Нурдәүләтова) - II, Межгорье ҡалаһының “Девиртисмент” дуэты (етәксеһе И.Ә. Ямалитдинова) III дәрәжә лауреат исеме менән билдәләнделәр.

Ошо уҡ йәш төркөмөнөң “Өлгөлө ансамблдәр” номинацияһында Межгорье ҡалаһының “Афарин” өлгөлө хореографик ансамбле (етәксеһе О.И. Белянина) - I, Әбйәлил районының “Фантазия” өлгөлө хореографик ансамбле (етәксеһе Э.Ә. Килдийәрова) II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.

18-24 йәшлектәр араһындағы өлгөлө ансамблдәрҙән Белорет медицина колледжының “Ялҡын” халыҡ бейеүҙәре ансамбле - I, Инйәр ауылының “Илһам” дуэты (етәксеһе Х.Ә. Мортазин) III дәрәжә лауреаттар тип танылдылар.

9 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар араһында Учалы районынан Зәлиә Мөхәмәҙиева (етәксеһе Г.И. Кәримова) - I, Межгорье ҡалаһынан Самира Манапова (етәксеһе О.И. Белянина) - II, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Арыҫлан Әҙелмырҙин (етәксеһе Н.Ғ. Хәмзин) III дәрәжә лауреаттар.

10-13 йәшлек яңғыҙ башҡарыусыларҙан Белорет лицей-интернаты уҡыусыһы Ильвина Вәлиева (етәксеһе А.А. Әғләева) - I, Инйәрҙән Наҙгөл Хәсәнова (етәксеһе Х.Ә. Мортазин) - II, Шығай ауылынан Зинира Хажина (етәксеһе Д.Й. Рәхмәтова) III дәрәжә лауреаттар тип нарыҡланды.

14-17 йәшлек солистар араһында Учалы районынан Яҙгөл Әғләева (етәксеһе А.Ғ. Әғләев) - I, Белорет медицина колледжы студенты Эвелина Ситдиҡова (етәкселәре Л.В. Кваснина, С.В. Меркулова) - II, Ҡаһарман ауылынан Нургөл Ғиззәтуллина (етәксеһе Ә.Ғ. Иҙрисова) III дәрәжә лауреаттар.

18-24 йәшлектәр төркөмөндә Абҙаҡ ауылынан Гүзәл Ғәйфуллина (етәксеһе Г.Ғ. Цыпленкова) - II, Белорет педагогия колледжы студенты Валерия Сәләхиева III дәрәжә лауреат исемен яуланылар.

Бынан тыш, Белорет медицина колледжының “Ялҡын” халыҡ бейеүҙәре ансамбле - Риф Ғәбитовтың, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының “Илһам” бейеү ансамбле (етәксеһе А.Ғ. Гәрәева) - Рәмил Ғәйзуллиндың, Үткәл ауылының “Сулпылар” бейеү коллективы (етәксеһе Г.З. Шәғәлина) - район мәҙәниәт идаралығы начальнигының, Шығай ауылының “Ләйсән” бейеү ансамбле (етәксеһе Д.Й. Рәхмәтова), Инйәрҙән Тимур Рәхмәтуллин (етәксеһе Х.Ә. Мортазин) - Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, Ҡаһармандан Алтынай Иҙрисова (етәксеһе Ә.Ғ. Иҙрисова), Шығайҙан Лилиә Ғөбәева (етәксеһе Д.Й. Рәхмәтова) - “Байыҡ” республика телевизион конкурсының, Үткәлдән Данияр Ямалетдинов (етәксеһе Г.З. Шәғәлина) Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының махсус приздары менән бүләкләнделәр.

Конкурстың иң ҙур баһаһы - Гран-приға Учалы районы Уральск ҡасабаһының “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Гөлиә һәм Фәнис Кәримовтар) лайыҡ булды. 

Башҡорт бейеү сәнғәтен яңы исемдәр, коллективтар менән тулыландырған Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” зона бейеү конкурсы һәр ваҡыттағыса күңелдәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Берәүҙәргә үҙ өҫтәрендә тағы ла ентекләберәк эшләргә кәрәклекте аңғартһа, икенселәрҙе йәнә лә бейегерәк осоштарға, ҡаҙаныштарға әйҙәне.

 

Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы, йәмәғәт лидеры:

- Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған “Еҙ үксә” башҡорт бейеүҙәре конкурсы быйыл етенсе тапҡыр уҙғарыла. Ә инде район конкурсының тора-бара зона кимәленә етеүе, һис шикһеҙ, уның үҫеше һәм уңышлы проекттарҙың береһе булыуы тураһында һөйләй. Эйе, быйыл ғына 250 самаһы үҙешмәкәр артисты туплаған ижади бәйге йылдан-йыл камиллаша, популярлыҡ яулай. Халыҡ бейеү сәнғәте үҫешкән Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Учалы тарафтарынан көслө коллективтарҙың килеүе лә уның бәҫен арттыра. Үҙенсәлекле тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығында иһә өлгөлө ансамблдәрҙең оҫталыҡ кимәле, хореографтарҙың эшмәкәрлеге башҡаларға үрнәк булып тора. Ә  һәләтһеҙ балалар юҡ, хатта бәләкәй ауылдарҙа ла йәш быуындың бына тигән итеп ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә була. Был конкурста ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар артабан үҙҙәрен тағы ла күләмлерәк, абруйлыраҡ ижади проекттарҙа һынай, призлы урындар яулай. 

“Байыҡ” республика телевизион конкурс-фестиваленең, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының, Рәмил Ғәйзуллиндың, Белорет район мәҙәниәт идаралығы начальнигының махсус приздары ла “Еҙ үксә”нең юғары кимәленә, мәртәбәһенә ишара.

Хәйер, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштарға өлгәшкән шөһрәтле яҡташтарыбыҙҙың ижадын данлау, мәңгеләштереү, яңы таланттар асыу маҡсатын күҙаллаған әһәмиәтле конкурс-фестивалдәр байтаҡ ҡына районда. Мәҫәлән, Роза Аҡкучукова, Ғәли Хәмзин исемендәге һәүәҫкәр вокалсылар район конкурстары, Рәмил Ғәйзуллин призына I халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурс-фестивале, Мөхәмәт Түлебаев призына, Абдулғәфи Хәлфетдинов Һәм Талип Латипов исемендәге асыҡ ҡурайсылар бәйгеләре быға асыҡ дәлил. Ошо йәһәттән, әлбиттә, һәр ижади проектты күтәремләп, хуплап торған муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға, беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәноваға, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинниковаға һәм башҡаларға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Башҡорт бейеүенең үҫешенә тос өлөш индергән “Еҙ үксә” зона конкурсын юғары кимәлдә ойошторған Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллинаға, мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәренә, һәр йәһәттән рухи һәм матди ярҙам күрһәткән зат-зәүеремә, дуҫтарыма, баһалама комиссияһы ағзалары Рәмил Ғәйзуллин менән Рим Әбделмәновҡа, ҡатнашыусыларҙы махсус приздар менән һөйөндөргән мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, үҙ көсөн һынарға йөрьәт иткән барлыҡ ҡатнашыусыларға, художество етәкселәренә оло рәхмәт! Әйткәндәй, яҡын киләсәктә “Еҙ үксә”нең тотош республика кимәлендә зыңларына ла шигем юҡ.   

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: