Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Декабрь , 15:21

Яҡтылыҡ һәм изгелек йырсыһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың фарманына ярашлы, 2019 йылдан алып 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Һәм был осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Абҙаҡ урта мәктәбе китапханаһында ла Башҡорт теле көнөнә арналған “Аҡмулла аҡылы - Аҡмулла һабаҡтары” исемле йөкмәткеле сара уҙҙы. Ауыл китапханаһы менән берлектә ойошторолған танып-белеү сәғәтендә IV класс уҡыусылары ҡатнашты.

Яҡтылыҡ һәм изгелек йырсыһы
Яҡтылыҡ һәм изгелек йырсыһы

 Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 декабрендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл Иле Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары "Урал-Волга буйының Физулийы" тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙә белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәрен, Көнсығыш әҙәбиәтен өйрәнә. Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте бик иртә уянған. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир һәм сәсән булараҡ, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте һәм яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле.

Аҡмулланың тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, телгә бәйле мәҡәл-әйтемдәрҙе тәржемәләү, викторина һорауҙарына яуап биреү, ғәҙәти булмаған диктант яҙыу, “Мин беләм биш исем” ише аҡыл ҡеүәһен үҫтергән мауыҡтырғыс уйындар уҙғарылды. Аҡмулланың ижадына арналған китап күргәҙмәһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа - ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа - ул инде бөтә халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәз һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. Бөйөк шәхесебеҙҙең “Нәсихәттәр” шиғырын уҡып ишеттергәндән һуң, ҡыҙ-малайҙарға иманлы, аҡыллы, тәүфиҡлы, сабыр булыу, әсә телен белеү вә ихтирам итеү, тырышып белем алыу зарурилығын аңғарттыҡ.

Гүзәл БИКҠУЖИНА,

Абҙаҡ мәктәбе китапханасыһы.  

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: