Дүрт йыл элек райондың 100 тораҡ пунктының 15-ендә генә газ булған, хәҙер тәбиғи газ менән 32 тораҡ пункты файҙалана.
2024 йылдағы догазификация программаһы буйынса ике тораҡ пунктта - Туҡан һәм Асы ауылдарында 17 саҡрымдан ашыу газ бүлеү торбаһы төҙөлә.
Сосновка-Шығай-Рысыҡай-Үткәл-Хөсәйен-Үҙәнбаш, Туҡан-Егәҙе ауылдарында - ауыл-ара, Сермән ауылында газ бүлеү селтәре (артабан Иҙел ауылын газ менән тәьмин итеү перспективаһы менән) һәм Егәҙе ауылында газ үткәргесе төҙөлә.
2024 йылда Асы, Туҡан һәм Олойылға ауылдарында газ бүлеү селтәрҙәре, Ҡағы-Сухов Ключ (оҙонлоғо 6,7 саҡрым) газ үткәргес төҙөлөшө тамамланды.
Тәбиғи газ - ул энергия сығанағы ғына түгел, ә районда йәшәүсе һәр кемдең уңайлы тормошо һәм именлегенең нигеҙе.