Бөтә яңылыҡтар

Йәш белгестәр өсөн тәжрибә туплау майҙансығы

Белорет металлургия комбинатында ҡаланың урта һөнәри белем биреү учреждениеларының 170-тән ашыу студенты практика үтә.

Йәш белгестәр өсөн тәжрибә туплау майҙансығы
Йәш белгестәр өсөн тәжрибә туплау майҙансығы

Буласаҡ белгестәр теоретик белемдәрен нығытып, тимерсыбыҡ һуҙыусы, иретеп йәбештереүсе, селтәрле һәм системалы администраторлау белгесе, ҡыҙҙырыусы, лаборант һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса тәжрибә туплай. Практик белем алыуҙан тыш, юғары курс студенттары мәғлүмәт йыйыу арҡылы үҙҙәренең диплом проекттары өсөн база ла булдыра.

Металлургия колледжын тамамлаусы студенттар практика үткәндән һуң үҙ һөнәрҙәре буйынса разрядҡа квалификация имтихандары тапшырасаҡ. Был уларға таныҡлыҡ алырға һәм эшкә урынлашҡанда юғарыраҡ квалификацияға эйә булырға мөмкинлек бирә.

«Предприятиеның киләсәге ҡорамалдар паркын яңыртыуға һәм талап ителгән продукцияны үҙләштереүгә генә бәйле түгел. Метиздар етештереүсе, агрегаттарҙың төҙөклөгөн күҙәтеүсе, һынауҙар үткәреүсе, продукцияның сифатын контролдә тотоусы белгестәр бик мөһим... Шуға күрә Белорет металлургия комбинаты студенттар өсөн ғәмәли тәжрибә һәм белем туплау, оҫталыҡты арттырыу өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып тора.  Ә беҙҙең өсөн иһә был йәш белгестәр менән танышыу, һәләтлеләрҙе билдәләү мөмкинлеге», - ти Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Сергей Федоров.

Әйткәндәй, 2024 йылда Белорет металлургия комбинатында ҡаланың металлургия, педагогия колледждарынан, Магнитогорск дәүләт техник университеты һәм башҡа уҡыу йорттарынан 400-гә яҡын студент производство һәм диплом алды практикаһы үткән.

Оксана БОРОВЫХ.

 

Автор:
Читайте нас: