Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Ағиҙел» идара итеү компанияһын Башҡортостан Республикаһының «Белорет» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе.
Компания Белоретта авиация-туристик йүнәлештәге үҙәкте асыуға 250 миллион һум аҡса һала.
Инвестиция проекты сиктәрендә резидент туристик хеҙмәттәр, һауа сараларын технологик хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәттәр, осоу мәктәбе хеҙмәттәре күрһәтәсәк, шул иҫәптән: инженер-техник һөнәрҙәр буйынса пилоттарҙы уҡытыу, парашют менән һикереү.
Компания 2025-2028 йылдарҙа инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға һәм быйыл 12 хеҙмәткәрҙе эшкә алырға планлаштыра. 2025 йылдың октябренә тиклем проект инициаторы документация әҙерләргә һәм экспертиза алырға, шулай уҡ ер участкаһын ҡуртымға алыу килешеүен төҙөргә ниәтләй. Төҙөлөш-монтажлау эштәре 2025 йылдың аҙағында башланасаҡ.
Төҙөлөш-монтаж эштәре 2025 йыл аҙағында башланасаҡ. Үҙәк 2026 йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға тапшырыла башлай.
Бөгөнгө көнгә Белорет районында 19 йылдам үҫеш биләмәһе резиденты теркәлгән.
Фото: Интернеттан.