2012 йылдан алып даими үткәрелеп килгән ижади проект быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҙәни сара ололарға заман шарттарына яраҡлашырға, үҙҙәрен йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп тойорға ярҙам итә.
Төбәктең ете зонаһын иңләгән ижади конкурс 18 мартта Благовещен ҡалаһында старт алды. Унан һуң ул Өфө, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл ҡалаларында, Балаҡатай район үҙәгендә дауам ҡылды.
Иҙел башы иһә фестивалдең зона этабының һуңғы майҙансығы булды. Был көндө ҡала Мәҙәниәт һарайында Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай, Межгорье ҡалаларының иң яҡшы үҙешмәкәр ижади коллективтары сығыш яһаны. Уларҙы республикабыҙҙың билдәле музыканттары, сәнғәт оҫталары, төбәктең министрлыҡтары вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре баһаланы. Жюри составында Рәсәйҙең - атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллиндың булыуы иһә белореттар өсөн айырата мәртәбә.
Фестивалде асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, жюри рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың - атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Нәзифә ҠАДЫРОВА барыһына ла изге теләктәрен, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Конкурс программаһы Белорет районы ижади коллективтарының сығыштарынан башланды. Инйәр район Мәҙәниәт йортоноң “Йәмәлекәй” фольклор ансамбле (етәксеһе Хәбир Мортазин) башҡарған “Атайсал” музыкаль композицияһы үҙенең сағыулығы, дәртлелеге менән хайран итте. “Тау шишмәһе” халыҡ вокаль ансамбленең (етәксеһе Дилара Сәлихова), “Вдохновение+” халыҡ бейеү театрының (етәксеһе Ирина Михайлова), Анна Хафизова етәкселегендәге рус йыры халыҡ хоры һәм “Экспромт” халыҡ музыка ҡоралдары халыҡ ансамбленең (етәксеһе Александр Кем), шулай уҡ Ольга Овчинникова, Әмир Әхмәтйәнов, Мөбәрәк Ғәлиастановтың сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде.
Фестивалдә ҡатнашҡан башҡа район-ҡалалар ҙа илһөйәрлек, берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ рухын данлаған, фольклор һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырған йөкмәткеле концерт программаһы менән һоҡландырҙы.
“Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленең йомғаҡлау Гала-концерты 30 сентябрҙә, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан, Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уҙасаҡ.