Белорет районы буйынса конкурс һайлап алыу турын 4 проект уңышлы үтте. Шулай итеп, тирләндәр балалар баҡсаһы ҡоймаһын, олойылғалар мәҙәни-ял үҙәге бинаһының ҡыйығын капиталь ремонтлаясаҡ, Туҡан ауылы халҡы насос бинаһын (ҡойма ҡоролмаһы) төҙөкләндерә, николаевкалар янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы бокс һатып алып, урынлаштырасаҡ.
- Был практика күп йылдар дауамында эшләй һәм уны уңышлы тип иҫәпләйем. Иң әүҙем, ойошҡан төркөмдәребеҙ үҙ тораҡ пунктын төҙөкләндереү буйынса идеялар конкурсына ғариза бирә. Халыҡ мәнфәғәте өсөн иң яҡшы эшләнгән башланғыстар республика ҡаҙнаһынан ярҙам ала. 2025 йылда субсидияларҙың дөйөм күләмен 700 миллион һумға тиклем арттырҙыҡ. Проекттарҙы финанслауҙа шулай уҡ муниципалитеттар, бағыусылар һәм ҡала халҡы ҡатнаша. Еңеүселәрҙе ҡотлайым һәм артабан да уйлағандарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем. Барыһына ла уңыштар! - тине республика башлығы Радий Хәбиров.