Бүләкләнеүселәр араһында Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарынан, шулай уҡ Күмертау һәм Өфө ҡалаларынан гүзәл заттар бар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 59 мең ишле ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика — Волга буйы федераль округында беренсе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылды. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.
Белорет районы һәм ҡалаһынан Гөлназ Астанғәлина, Ғәлимә Гоибова, Гөлнара Дурсунова, Татьяна Косарева, Людмила Мөхәмәтйәрова, Светлана Рәхимова, Гөлназ Сәғәҙәтова һәм Алеся Сибәғәтулиналар “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.