Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июнь 2025, 14:34

59 турмаршрут рәсми исемлеккә индерелде

Туристик маршрутҡа рәсми тигән статус биреү, туроператорҙарҙан тейешле ғариза ҡаралғандан һуң, ғәмәлгә ашырыла.

59 турмаршрут рәсми исемлеккә индерелде
59 турмаршрут рәсми исемлеккә индерелде

Ғариза биреүселәргә критерийҙар иҫәбендә - республика биләмәһендә бер йылдан ашыуыраҡ эшмәкәрлек алып барыу; туристик маршрутты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә, рейтингыларҙа күрһәтеү.

Туроператорҙарҙан бөтәһе 67 ғариза килгән.  Ведомство-ара комиссия 59 маршрутты хуплап, исемлеккә индерҙе. Категориялы туристик походтар был исемлектә юҡ.
«Исемлектә рәсми раҫланған маршруттар тураһында дөйөм  мәғлүмәттәр генә бирелде. Ул туристарға сәйәхәтте планлаштырырға ярҙам итеү өсөн булдырылды», - тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
59 туристик машруттың 18-е  Иҙел башы буйлап үтә. “Урал-Тенгри” йәмғиәте “Башҡортостан һеҙҙең өсөн”,  “Башҡорт Уралы”, “Ағиҙел”,  “Ғаилә туры. Ял көндәре - тауҙарҙа”,  “Ағиҙел буйында ял”, “Таулы Башҡортостан”, “Тейелмәй торған  тауҙар”, “Алтын Урал”, “Төньяҡ Урал муйынсаһы”, “Урал мәмерйәләре һәм тауҙары”, “Арҡайым юлы буйлап”, “Урал һырттары буйлап”, “Урал буйлап сәйәхәт. Тауҙар, йылғалар”, “Урал мультитуры”,  “Уралдың өс ҡурсаулығы аша”, “Атла, юрт, сап!” тип аталған туристик маршруттар ойошторһа,  “Вэлком РБ” йәмғиәте “Йөрәгемдә - Бөрйән” һәм “Урал аръяғы ынйыһы - Яҡтыкүл” маршруты бу-
йынса ял итеүселәрҙе, туристарҙы саҡыра. 
Был туристик машруттарҙың күбеһе, Белорет районынан тыш, Әбйәлил, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Сибай, Мәләүез, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Бөрйән, Баймаҡ райондары һәм Силәбе өлкәһе аша үтә. Маршруттар бер көндән алып 10 көнгә тиклем иҫәпләнгән.

Автор:
Читайте нас