Ноҡатҡа юлланыр алдынан “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Манышты ауылындағы Йәшлек шишмәһен тәртипкә килтерҙе. Ҡаянан бәреп сыҡҡан был сихәтле инеш 1985 йылдан уҡ билдәле, әммә ваҡыт үтеү менән ул быуылып ҡалған. Өмәнән һуң һыу юлы ҡайтанан тергеҙелеп, урындағы халыҡты саф һыуы менән һөйөндөрә. Бынан ике йыл элек ойошма ағзалары Рәүәт эргәһендәге Атай шишмәһен дә тәртипкә килтергәндәр ине. Хәҙер ул күптәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.
Ата-бабаларының юлын ҡыуып, боронғо кәсеп-һөнәрҙәрҙе тергеҙгән дарманлы ир-егеттәребеҙҙең береһе Азамат Заһитуллин етәкселегендәге йүкәнән батман яһау буйынса оҫталыҡ дәресендә уландары менән 15 атай ҡатнашты. Оҫтаның төбәктәге иң ҙур түмәр-солоҡ умартасылығына республиканың төрлө тарафынан алты тиҫтәнән ашыу кеше йыйылды. Азамат Вәхит улы әйтеүенсә, батман - ул йүкәнән йә уҫаҡтан эшләнгән тәпәндән бейегерәк ағас һауыт, унда төрлө аҙыҡ-түлек һаҡланған. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла үҙ ҡулдары менән ошо боронғо көнкүреш әйберен эшләп өйрәнеү мөмкинлегенә эйә ине.
- Батман эшләү оҫоллоҡ, сабырлыҡ талап итә, әҙерлек эштәре менән был процесс 3-4 айға ҡәҙәр һуҙыла. Ғөмүмән, ҡул эштәре - бик шәп кәсеп төрө ул, оҫталыҡ арҡылы яҡшы килем алырға мөмкин. Шуға ла уландарға һөнәр өйрәтеү - һәр атайҙың изге бурысы. Улым Айтуғанға 23 йәш, ул Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған йәш белгес. Быйыл яҙғыһын уның менән ағас башында, 5 метр бейеклектә, солоҡ эшләнек. Улымдың ҡул эштәре, боронғо кәсеп төрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы минең өсөн айырата һөйөнөслө, - ти Азамат Заһитуллин.
Сара алдынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров районыбыҙҙың иң әүҙем, булдыҡлы ир-егеттәренә, ишле ғаиләле атайҙарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға наградалар, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Эш тәртибе йәһәтенән күрһәтмәләр бирелгәндән һуң атай-улдар, ниһайәт, батман яһарға тотондо. Әлбиттә, эш еңелдән түгел ине, балта, ҡасау, тишкес кеүек эш ҡоралдары көн оҙоно ҡулдан төшмәне. Кемдер ағасты боҙоп, эшен яңынан башланы. Батмандар кискә генә әҙер булды. Һәр улан атаһы менән эшләгән ағас һауыт янында ғорур йылмайып баҫты. Үҙҙәрен өйҙә көткән әсәйҙәренә лә шәп бүләк тәбаһа!
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә түмәр-солоҡ умартасылығына экскурсия яһалды. Үҙ шөғөлөнә мөкиббән бирелгән, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүҙе изге ниәт иткән йүнсел хужа - Азамат Заһитуллиндың һәр һүҙен һәммәһе лә йотлоғоп тыңланы. Боронғо эш ҡоралдары күргәҙмәһе лә ир-егеттәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Яңы һөнәр үҙләштереп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ошо үҙенсәлекле сараны ойошторған “Ирҙәр ҡорона”, шәп тәжрибә менән уртаҡлашҡан Азамат Заһитуллинға, ҡунаҡсыл хужабикә Зәйнәп Заһиттулинаға, Ноҡат халҡына, Инйәр ауылы хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәттәр уҡып, ғәйәт ҡәнәғәт таралышты ҡунаҡтар. Дәүерҙәр ҡаҡшатмаҫ рух көсөн дә, эске ҡеүәт вә берҙәмлекте лә тойғандай ине улар.
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
- Бындай саралар ата-бабаларыбыҙҙың традицияларын, рухи мираҫын йәш быуынға тапшырырға ярҙам итә; алған тәьҫораттар иһә, йылы хәтирәләр булып, ғүмер буйы һаҡлана. Сираттағы сара 9 августа Баймаҡ районының Талҡаҫ күле янында планлаштырылған. Унда балалар менән өмә һәм күлде уратып йүгереү буйынса уҙыш ойоштороласаҡ. Ғаилә бәйләнештәрен нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кеүек маҡсаттарҙы күҙаллаған был йыйында ла халыҡ ихлас ҡатнашыр тип ышанам.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотолары.