Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2025, 16:02

Белем усаҡтарына - мәктәп автобустары

Бөгөн яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениелары директорҙарына республика ҡалаларына һәм ауылдарына ебәреләсәк 196 мәктәп автобусының һәм 10 еңел автомобилдең асҡыстарын тапшырҙы.  

Белем усаҡтарына - мәктәп автобустары
Белем усаҡтарына - мәктәп автобустары

ГАЗ, ПАЗ, УАЗ, КАВЗ автобустары Башҡортостандың 54 районының һәм Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының 196 мәктәбенә тәғәйенләнгән. Ә LADA автомобилдәре Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Дыуан райондарының, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Күмертауҙа һәм Өфөләге психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам комиссиялары үҙәктәрен һәм филиалдарын хеҙмәтләндерәсәк.

- Яңы мәктәп автобустары — көн һайын мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙ өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан алып беҙҙең мәктәптәргә 900-гә яҡын яңы автобус тапшырылды. Уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә үтә мөһим хеҙмәте, балаларыбыҙға яҡшы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм, -  тине  Радий Хәбиров автобус  асҡыстары тапшырыу тантанаһында.

Республика етәксеһе Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы өсөн тәғәйенләнгән автобусты ҡараны, шулай уҡ мәктәп транспорты водителдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
-  Эшегеҙ, балалар менән яҡшы мөғәмәлә итеүегеҙ, хәүефһеҙ йөрөтөүегеҙ өсөн рәхмәт. Автобус водителдәре  - был яуаплы кешеләрҙең ҙур армияһы, был бик мөһим һөнәр, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

 Башҡортостанда 2 805 тораҡ пункттан 52 756 уҡыусыны мәктәп автобустары 876 белем биреү ойошмаһына илтә һәм алып ҡайта. Бының өсөн 1590 мәктәп автобусы йәлеп ителгән. 2019 йылдан алып федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә төбәк мәктәптәре өсөн бөтәһе 900-гә яҡын автобус һатып алынған.

Бөгөн яңы мәктәп автобустары асҡыстары райондың иң ҙур белем усаҡтарының береһе булған Абҙаҡ һәм Тирлән мәктәптәренә лә тапшырылды. 22 һәм 31 урынлыҡ ПАЗ автобустары асҡысын мәктәп директорҙары татаналы шарттарҙа ҡабул итеп алды.

- 2024-2025 уҡыу йылында Абҙаҡ мәктәбен 267 уҡыусы тамамланы. Быйыл 23 бала I класҡа киләсәк. Абҙаҡ һәм Яңы Абҙаҡ ауылдарынан 80-гә яҡын уҡыусы мәктәп автобусы менән йөрөп уҡый. 2014 йылғы мәктәп автобусының эксплуатациялау ваҡыты үтеү сәбәпле, Абҙаҡ мәктәбенә заманса автобус бирелде. Федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә бүленгән яңы автобустың нәҡ беҙҙең мәктәпкә эләгеүенә шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ, - тине мәктәп директоры Розалия Төхвәтуллина яңылығы менән уртаҡлашып.  

Эйе, ҡыуанысығыҙ оҙаҡҡа булһын, абҙаҡтар һәм тирләндәр! Хәйерле юлдар һәм йәшел ут!

 

Автор:
Читайте нас