Төбәк халҡының физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлеген тергеҙеүгә, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән проекттың муниципаль этабында быйыл районыбыҙҙың 15 тораҡ пункты - Туҡан, Тимер юл, Үҙән, Уҫманғәле, Аҙнағол, Ҡағы, Үрге Әүжән, Абҙаҡ, Ломовка, Николаевка, Сосновка, Ҡарағаййорт, Тирлән, Ғәбдөк, Үткәл ауылдары үҙ көсөн һынаясаҡ.
Кисә конкурстың муниципаль һәм республика этаптарында еңеү яулаған иң әүҙем һәм дәррәү ауылдарҙың береһе - Олойылғала, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, Ҡоролтайфест уҙҙы. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, проектта ҡатнашыусылар араһында ойошторолған ярышнамә шулай уҡ 11 сентябрҙә билдәләнгән Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә лә арналды.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы, урындағы ГТО комплексын һынау үҙәге, Ишле ауылы хакимиәте башланғысы менән халыҡты спортҡа ылыҡтырыу, төрлө йәш төркөмдәре араһында ГТО комплексын популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен, традицион ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау кеүек мөһим бурыстарҙы ғәмәлләштергән спорт фестивалендә Ишле, Олойылға ауылдары халҡы, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары - муниципаль район Советы секретары Альберт Азаматов, Ишле ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов, Инйәр ауылы хакимиәте башлығы Алена Күсәрбаева, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева ауыл халҡын берләштергән, изге маҡсатҡа йүнәлткән “Айыҡ ауыл” проектының йылдан-йыл һөҙөмтәлерәк, сәмлерәк була барыуын билдәләп, быйыл унда ҡатнашырға йөрьәт иткән барлыҡ тораҡ пункттарға уңыш вә еңеү теләнеләр.
Ҡоролтайфестың баш судьяһы Динә Әҙелмырҙина етәкселегендә йәрәбә һалғандан һуң, һигеҙәр кешенән торған өс команда ГТО нормативтарын үтәү майҙансығына йүнәлде. Әйткәндәй, былтыр ғына файҙаланыуға тапшырылған был заманса балалар һәм спорт майҙансығы - олойылғаларҙың “Айыҡ ауыл - 2023” конкурсының республика этабында икенсе урын яулап, 3 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнеүе һөҙөмтәһе. Ауыл халҡы әйтеүенсә, хәҙер ул бала-сағаның, йәш-елкенсәктең иң яратҡан урыны икән.
Ишле ауылы хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙы берләштергән “Позитив - Олойылға” командаһы, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен туплаған “Иң яҡшылар” һәм “Беренселәр” командалары һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, берҙәмлек рухы, еңеүгә ынтылыш, күтәренкелек менән һоҡландырҙылар. Оҙонлоҡҡа һикереү, 16 килограмлыҡ герҙы күтәреү (ирҙәр), гимнастика эскәмйәһенә баҫып, алға эйелеү, арҡаға ятып кәүҙәне күтәреү (ҡатын-ҡыҙҙар), ваҡытҡа йүгереү, скандинав йөрөшө кеүек спорт күнекмәләре ҡатнашыусыларҙың көс, сыҙамлылыҡ, тиҙлек, етеҙлек, һығылмалылыҡ ише төп физик сифаттарын баһаларға ярҙам итте. Уларҙы райондың ГТО комплексын һынау үҙәге етәксеһе Динә Әҙелмырҙина, судьялар Вадим Ҡәҙрәев һәм Анжелика Мостименко нарыҡланы.
- “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тәүге тапҡыр тапшырыуым. Етди физик әҙерлек булмаһа ла, һынауҙар еңел бирелә. Ғөмүмән, миңә, яңы ғына ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын артмаҡлаған етәксегә, бының кеүек саралар, тәү сиратта, тәжрибә туплау йәһәтенән әһәмиәтле. Киләсәктә үҙебеҙҙә лә ошондай спорт ярыштары ойошторорбоҙ, - ти, тәьҫораттары менән бүлешеп, Егәҙе ауылы хакимиәте башлығы Альбина Лоҡманова.
Судьялар һөҙөмтәләрҙе барлап, еңеүселәрҙе билдәләгән арала командалар милли уйындар менән мәж килде. Көршәк ватыу, арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү, таяҡ тартыш кеүек ярыштар ҡатнашыусыларҙың да, тамаша ҡылғандарҙың да кәйефен күтәрҙе.
Дөйөм иҫәп буйынса, I урынға Ишле ауылы хакимиәтенең йыйылма командаһы лайыҡ булһа, “Беренселәр” командаһы - II, “Иң яҡшылар” III урындар менән баһаланды. Еңеүселәр район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Дипломдары һәм Ишле ауылы хакимиәтенең махсус миҙалдары менән бүләкләнде.
“Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабына старт биргән спорт сараһы барыһына ла яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге бүләк итте.