Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2025, 12:14

Аутентик костюмдарҙа - тарих

Милли кейем - теге йәки был халыҡтың тарихын, йәшәү рәүешен, зауығын сағылдырыусы иң тѳп күрһәткестәрҙең береһе. Әммә дәүерҙәр менән бергә ул да хәтһеҙ үҙгәрештәр кисергән, был иһә ҡасандыр халыҡтарҙы, этник төркөмдәрҙе айырып торған үҙенсәлектең юҡҡа сығыуына килтергән.

Аутентик костюмдарҙа - тарих
Аутентик костюмдарҙа - тарих

Үкенескә ҡаршы, бөгөн милли кейем, нигеҙҙә, стилләштерелгән сәхнә костюмы рәүешендә генә һаҡланған. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ижади мираҫҡа, байрам-йолаларҙы тергеҙеүгә, фольклорға булған иғтибар милли кейемгә ҡарата мөнәсәбәтте лә ыңғай яҡҡа үҙгәртте, буғай. Ҡайҙалыр төпкөлдә бөгөн һирәк осрар милли кейем өлгөләренең һаҡланыуы, ошо боронғолоҡто түкмәй-сәсмәй йәш быуынға өйрәтер маһирҙарҙың, кейем тарихын өйрәнер белгестәрҙең булыуы ҡыуандыра.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Аҡтамыр” халыҡ клубы етәксеһе Сәғирә Ғәлиуллинаны республикала Тамъян ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының аутентик костюмдарын тергеҙеү менән шөғөлләнгән иң әүҙем, эшмәкәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булараҡ яҡшы беләләр.  

- Тау башҡорттарының XIX, XX быуаттың 20-30-сы йылдарына ҡараған төрлө йәштәге, дәрәжәләге ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек һәм байрам костюмдарын, биҙәүес әйберҙәрен, нағышлы муҡсайҙарын тергеҙеү менән 2012 йылдан шөғөлләнәбеҙ. Был йәһәттән беҙҙең музейҙа һаҡланған экспонаттар, шулай уҡ өләсәйемдең уҙған быуаттың 30-сы йылдарында төшкән фотоһүрәттәре өлгө булып тора. Бөтә күлдәктәр, кәзәкей һәм комзолдар бары тик тәбиғи туҡымаларҙан - сатин, бәз, ситсанан тегелгән, - ти Сәғирә Сабирйән ҡыҙы.

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас