Бөтә ил буйынса 9 310 проекттың 1469-ы ярҙам алыуға өлгәште, беҙҙең проект та - улар араһында!
"Биология һөнәрҙәр сиген киңәйтә" тип аталған проект VIII һәм IX класс уҡыусыларына биология донъяһын яңыса күрергә, унда үҙҙәренең киләсәк һөнәрен табырға ярҙам итәсәк.
Проектты тормошҡа ашырыуға бер миллион һум күләмендә грант бүленгән. Был аҡсаға балалар өсөн төрлө саралар - практик дәрестәр, экскурсиялар, лекциялар һәм интерактивтар ойошторола. Иң мөһиме, уҡыусылар заманса ҡорамалдар һәм ғилми учреждениелар ярҙамында тулыһынса ошо даирәгә сумып, профессиональ инструменттар менән эшләү тәжрибәһен аласаҡ.
Ҙур эште атҡарып сығып, уңышҡа ирешкән Йәш натуралистар станцияһы директоры Любовь Баукинаны һәм бөтә команданы етди конкурста еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!