Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Февраль , 15:18

“Халыҡтар дуҫлығы нигеҙе - Рәсәйҙең быуатлыҡ тарихы”

Быйылғы йыл ил етәксеһе Владимир Путин тарафынан Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән “Айыҡ ауыл” проектының республика этабына үткән аҙнағолдар Белорет башҡорттары ҡоролтайы, Сермән ауылы хакимиәте менән берлектә "Халыҡтар дуҫлығы нигеҙе - Рәсәйҙең күп быуатлыҡ тарихы" тигән темаға йәнле әңгәмә ойошторҙо.

“Халыҡтар дуҫлығы нигеҙе - Рәсәйҙең быуатлыҡ тарихы”
“Халыҡтар дуҫлығы нигеҙе - Рәсәйҙең быуатлыҡ тарихы”

“Түңәрәк өҫтәл” район-ҡаланың тарих, башҡорт теле уҡытыусылары, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы шайморатовсылары, мәктәп уҡыусылары, ҡаланың махсус уҡыу йорттары студенттары, тарих һәм этнография өлкәһендәге белгестәр араһында конструктив диалог өсөн майҙансыҡ булды. Сара теманың көнүҙәклеген раҫлап, мәғариф һәм төбәктең мәҙәни тормошона халыҡтар дуҫлығы ҡиммәттәрен интеграциялау буйынса аныҡ аҙымдарҙы билдәләне. Күп милләтле Рәсәйҙең тарихында нигеҙләнгән милләт-ара хеҙмәттәшлектең ҡиммәттәрен күрһәтеү һәм дөйөм дәүләт бурыстары фонында хәҙерге заман саҡырыуҙарын ҡарау кеүек төп идеяларҙы күҙ уңында тотҡан осрашыуҙа баш ҡала ҡунаҡтары - Өфө фән һәм технологиялар университетының Дәүләт идаралығы һәм тарих институты доценты, тарих фәндәре кандидаты, халҡыбыҙҙың тарихи хәтерен яңыртыу өҫтәндә эшләгән ғалим Нурислам Ҡалмантаевтың, Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, башҡорт халҡының мифтары менән ғилми күҙлектән әүҙем шөғөлләнгән этнолог-ғалим Зәкирйән Әминевтың да ҡатнашыуы сараны тағы ла йәнлерәк итте.  
Ҡунаҡтар ауылдың социаль мәҙәни үҙәгендә урынлашҡан, быйыл 20 йыллыҡ юбилейын билдәләгән крайҙы өйрәнеү музейында булды, ауыл оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты. Һәр ваҡыттағыса һый-хөрмәт менән ҡаршы алған сермәндәр менән аҙнағолдарҙың йыр-бейеүен өфөләр ихлас күтәреп алды. Сермән ауылы хакимиәте башлығы Сажидә Низаметдинова, Белорет башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, осрашыуҙың уңышлы үтеүен теләне. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финал этабында ҡатнашҡан, сараны ойоштороусыларҙың береһе булған Аҙнағол активистарының тыуған ил, туғанлыҡ, татыулыҡ тураһында йырҙары барыһына ла хуш килде.    
- Башҡорт халҡының, татыулыҡҡа ни етә тигән әйтеме бар. Рәсәй ул - дөйөм йортобоҙ. Бында Тымыҡ океандан Европаға тиклем күп милләтле халыҡ йәшәй. Рәсәй халҡы бер-береһен ныҡлап белгәндә, өйрәнгәндә генә башҡаларға ышана һәм таяна ала. Һәр милләт үҙ ерендә йәшәй һәм эшләй. Әгәр ҙә бер-беребеҙҙең тарихын, көнитмешен, мәҙәниәтен өйрәнһәк, бер-беребеҙҙе аңлаһаҡ, Рәсәй ҙә көслө һәм ҡеүәтле буласаҡ, сәскә атасаҡ. Һәр халыҡтың донъя, тыныслыҡ тураһында үҙ ҡарашы бар. Ғөмүмән, башҡорттар Рәсәй халҡы менән бер рәттән яуҙарҙа ҡатнашҡан. Тимәк, беҙ яугир халыҡ һәм башҡаларҙан 
айырылабыҙ. Халыҡ ижадын алғанда ғына, йырҙарҙан күренеүенсә, башҡорттар Сахалиндан Парижғаса барып еткән. Мәҫәлән, “Зәйтүнмөлөк”, “Порт-Артур”, “Манжур”, “Иркут”, “Париж” һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙарында башҡорт яугирҙарының ҡайҙарға тиклем ер гиҙгәне билдәле,  - тине Зәкирйән Ғәлимйән улы cығышында.  
Иҙел башын тарихын, крайҙы өйрәнгән Ринат Шәйбәков һәм Фәрит Шәйәхмәтовтың башҡорт ырыуҙарының роле, тарихи боронғолоғо, урындағы халыҡтың завод төҙөлөшөнә индергән өлөшө, ер-һыу атамалары тураһындағы мәғлүмәттәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. 
“Түңәрәк өҫтәл” төбәктең мәҙәни мираҫына ҡарата үҙ-ара ихтирам уятты һәм йылы мөхиттә үтте. Ҡунаҡтар белеме һәм күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты, тыуған яҡтың бай тарихы тураһында лекциялар менән сығыш яһаны, Иҙел башының ауыл, ер-һыу атамаларына, топонимикаһына айырым иғтибар бирҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә урындағы ҡоролтай ағзалары, Аҙнағол ауылы активистары, Сермән мәктәбе уҡыусылары, педагогия һәм металлургия колледждары студенттарынан торған алты команда квиз-уйында тарих буйынса белемен һынаны. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 

Автор:
Читайте нас