Райондың юл өҫтөндә ултырған ыҡсым, төҙөк ауылдарының береһе - Аҙнағол үҙенең күркәмлелеге, ҡунаҡсыллығы менән генә түгел, тәбиғәтенең ғәжәйеп гүзәллеге, сихәтлелеге менән дә әсир ҡыла. Бында элек-электән үҙ еренең шифаһын белеп ҡулланған, уны ҡәҙерләп һаҡлаған, шул уҡ мәлдә башҡалар менән дә йомарт бүлешкән йүнсел, бөтмөр халыҡ йәшәй. Шываҡташ итәгендә, Ҡыраҡа буйҙарында түшәлеп үҫкән емеш-еләк, дарыу үләндәре, ҡымыҙлыҡ, йыуа, оҫҡон һәм башҡа тәбиғәт байлыҡтары был төйәкте бәрәкәтле вә ырыҫлы итә. Йәйге осорҙа әҙерләнгән миндек, үлән сәйҙәре, емеш-еләк ҡаҡтары, ҡайнатмалар туристарҙа, ҡала халҡында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Фәҡәт ошо яҡтарҙы үҙ иткән ғәйәт сихәтле емеш - ҡара көртмәлене һораусылар айырыуса күп. Тимәк, быуындан быуынға күсә килгән был кәсеп төрө урындағы халыҡ өсөн ниндәйҙер кимәлдә килем алыу ысулы ла.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы, Сермән ауылы хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған фәһемле осрашыуҙа “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финалында ҡатнашҡан Әбйәлил районының Әбйәлил ауылы вәкилдәре, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, ҡаланың медицина колледжы студенттары, үләндәр менән дауалаусылар, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәүселәр һәм башҡалар ҡатнашты.
Аҙнағолдар ҡунаҡтарын, ғәҙәттәгесә, дәртле йыр-таҡмаҡтар, баллы бауырһаҡтар менән ихлас ҡаршыланы. Тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, Сермән ауылы хакимиәте башлығы Сажидә Низаметдинова, Әбйәлил районының Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев барыһына ла изге теләктәрен еткереп, аң-белем даирәһен киңәйткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, кәсепселектең үҫешенә булышлыҡ иткән бындай сараларҙың әһәмиәтен, зарурилығын билдәләнеләр.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәре Динара Тиунова ғәмәли медицинаның бер йүнәлеше булған фитотерапияның, шул иҫәптән үҫемлектәр нигеҙендә эшләнгән биологик актив матдәләрҙең үҙенсәлеге һәм ҡулланылышы хаҡында һөйләне. Белгес әйтеүенсә, үләндәр менән дауаланыу һаҡлыҡ талап итә, ҡайһы бер үҫемлектәрҙең аллергик реакция тыуҙырыуы йә кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шуға ла үҫемлек препараттарын ҡулланыр алдынан, һис шикһеҙ, табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Белорет медицина колледжы уҡытыусыһы Ольга Калачева дарыу үләндәре, емеш-еләк менән үҙаллы дауаланыуҙың күңелһеҙ эҙемтәһе - ағыуланыу осрағы тураһында иҫкәртте, тәүге ярҙам йәһәтенән төплө кәңәштәр бирҙе. Лекция барышында иһә студенттар манекенда беренсе ярҙамдың практик алымдарын күрһәтте.
Ҡырҡ йыл самаһы кешеләрҙе ваҡыт һәм һөҙөмтә арҡылы һыналған тәбиғи рецептар менән дауалаған, хроник сирҙәрҙе еңеләйтергә, сәләмәтлекте нығытырға, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам иткән райондашыбыҙ Нәзир Мырҙағоловтың сығышын да халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Фитопатология өлкәһендә махсус белемгә эйә булған уҙаман дарыу үләндәрен ҡайҙан һәм ҡасан йыйырға, нисек ҡулланырға өйрәтте. Шулай уҡ Нәзир Заһретдин улы сараға килеүселәргә бурһыҡ майын, айыу үтен, уҫаҡ ҡайырыһын, төрлө үлән төнәтмәләрен һәм башҡаһын тәҡдим итте.
Социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ туҡланыу, таҙарыныу, гимнастика эшләү буйынса онлайн марафондар уҙғарған фитнес-тренер, мотиватор Гөлфиә Мөхәмәтдинова Рамаҙан айы алдынан дарыу үләндәре ярҙамында организмды таҙартыу йәһәтенән кәңәштәр бирҙе. Уның әйтеүенсә, тап үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән шифалы үҫемлектәр генә ысынлап та дауалау үҙенсәлегенә эйә.
Сараның икенсе өлөшөндә Аҙнағол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ҡара көртмәленән ҡаҡ ҡойоу, бәлеш бешереү, емеш-еләк компоты ҡайнатыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Әсәле-ҡыҙлы Вәсилә һәм Алина Фәтҡуллиналар еләк-емеш иҙмәһен киптереү юлы менән яһалған, үҙендә бөтә файҙалы компоненттарҙы бөтөн килеш һаҡлаған милли ризыҡ - ҡаҡ ҡойоу процесын тулыһынса күрһәтеүгә өлгәшһә, Фәниә Ғәлина менән Рәфидә Ғайсина ҡара көртмәленән татлы бәлеш рецебы менән бүлеште. Табын күрке булырҙай тәмле лә, файҙалы ла тәғәмдәрҙән ҡунаҡтар ҙа ауыҙ итте.
Аҙнағол ауыл клубының “Дуҫлыҡ” фольклор коллективы башҡарған дәртле йыр-моңдар, Лилиә Сибәғәтованың оҫта бейеүе осрашыуға йәм вә йәнлелек өҫтәне.
Йөкмәткеле, мәртәбәле байрам “Бөрлөгән” йыры аҫтында күңелле флешмоб һәм ритайым менән тамамланды.