2025 йылда бушлай туҡланыу 21 меңгә яҡын кешегә - йөклө һәм имеҙгән ҡатындарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балаларына һәм етемдәргә бирелә.
Хәҙер уларға яңы категория – кәүҙә ауырлығы нормаға етмәгән балалар өҫтәлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә быйыл улар өсөн юғары аҡһымлы туҡланыу линияһын юлға һалырға планлаштыралар. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республикала бындай балалар һаны - 2012.
Параллель рәүештә етештереүҙе модернизациялайҙар. Белоретта һәм Үрге Ҡыйғыла линиялар яңыртыла, был айына 1 мең килограмға тиклем сыр һәм тәүлегенә 1500 литрға тиклем ҡымыҙ продукты сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Октябрьскийҙа реконструкциянан һуң өлкәндәр өсөн көн һайын 15 тоннаға тиклем һөт продукцияһы етештерергә мөмкин буласаҡ.
Министрлыҡта предприятиеның килеме 161 миллион һумдан 421 миллион һумға тиклем, ә сеймал эшкәртеү күләме - 1266 тоннанан 5473 тоннаға тиклем артасаҡ, тип иҫәпләйҙәр.