Иғтибар үҙәгендә илһөйәр һәм батыр ул тәрбиәләүсе әсәләр, гуманитар ярҙам ойоштороуға күп көс һалған, махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы күрһәткән ирекмәндәр һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар булды. Ҙур сара илдең 15 төбәгенән 500-ҙән ашыу әүҙем йәмәғәт лидерын йыйҙы. Иҙел башы ла үҙен бөтә Рәсәйгә лайыҡлы танытты!
Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалына Белореттан Юлия Бочарова лайыҡ булды.
"Оҫта ҡатын-ҡыҙ" номинацияһында Инйәрҙән Гөлнур Алтынова еңде.
Шулай уҡ, “Ирекмән” номинацияһында Инйәрҙең 2-се мәктәбе директоры урынбаҫары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Асия Йосопова, “Ағинәй” (милли мәҙәниәтте һаҡлаусы) номинацияһында Йөйәктән оҫтабикә Гөлсирә Салауатова билдәләнде.
Еңеүселәр дипломдар һәм миҙалдар ғына түгел, ә 1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының легендар "француз яулығы"н да алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар башланғыстарына ярҙам һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы гүзәл заттарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Һеҙҙең әүҙемлегегеҙ һәм ижади энергияғыҙ бөтә республиканы илһамландыра!