- Тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстарын һәм торлаҡ сертификаттарын тапшырыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Был һеҙҙең үҙ аллы тормошҡа, киләсәккә мөһим аҙым. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәт теләйем. Ғаилә ҡороғоҙ, ышаныслы дуҫтар табығыҙ. Яңы фатир күңел йылыһына, бәхеткә тейендергән ысын ҡәлғәгә әүерелһен, - тине район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов йәштәрҙе тәб-
рикләп.
Әйткәндәй, фатирҙарға бөгөндән үк инеп йәшәргә мөмкин. Эске биҙәү эштәре тулыһынса башҡарылған, иркен йылы торлаҡ сантехника ҡорамалдары, аш-һыу бүлмәһе плитаһы, һыу, электр энергияһын иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылған. Тимәк, яңы тормош башлау өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған.