Милли проекттар
16 Апреля , 12:06

Бөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙасаҡбыҙ

“Башҡорт теленән диктант-2026” халыҡ-ара сараһы нисек үтәсәк?   

Бөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙасаҡбыҙБөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙасаҡбыҙ
Бөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙасаҡбыҙ

«Башҡорт теленән диктант-2026» халыҡ-ара мәғариф акцияһы үҙенең географияһын киңәйтеүен дауам итә. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, ә ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашып китте.

Акция 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үтәсәк. Теләгән һәр кем, йәшенә, белем кимәленә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, ҡатнаша ала.

Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө – 613-ө Рәсәйҙә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта акция халыҡ-ара кимәлгә лә сыға: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙасаҡтар.

Төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы алдынғы урында – барлығы 558 майҙансыҡ эшләйәсәк.

Шулай уҡ әүҙем ҡатнашалар:

Силәбе өлкәһе – 21 майҙансыҡ
Ырымбур өлкәһе – 7 майҙансыҡ
Ҡурған өлкәһе – 2 майҙансыҡ
Свердловск өлкәһе – 2 майҙансыҡ
һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант өс кимәлдә үткәрелә:

башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр – 418 майҙансыҡ
башҡорт телендә иркен аралашыусылар – 163 майҙансыҡ
башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар – 34 майҙансыҡ
Башҡортостандың баш ҡалаһында диктант ғәҙәттәгесә ҡаланың ҙур мәғариф һәм мәҙәни майҙансыҡтарында үтәсәк, улар араһында:

Башҡорт дәүләт педагогия университеты,
Өфө фән һәм технологиялар университеты
"Торахан" тарихи-мәҙәни комплексы
Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты
Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн уңайлы майҙансыҡ һайларға һәм акцияның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Майҙансыҡтарҙың тулы исемлеге, шулай уҡ диктант үткәреү урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт рәсми сайтта урынлаштырылған : https://bashdictant.ru/

Автор фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!       
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Автор:
Читайте нас