2027 йылда бер юлы ике парк төҙөкләндереләсәк

 2025 йылдың декабрендә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үрге Әүжән һәм Тирлән ауылдарына «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнашыу буйынса ғаризалар әҙерләргә ҡушҡайны.

2027 йылда бер юлы ике парк төҙөкләндереләсәк2027 йылда бер юлы ике парк төҙөкләндереләсәк
2027 йылда бер юлы ике парк төҙөкләндереләсәк

 Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөҙөмтәне раҫланы: был ауылдарҙа парктарҙы төҙөкләндереү 2027 йылда уҡ башланасаҡ.

Нимә эшләйәсәктәр:

 Тирлән

Бында асыҡ һауала заманса спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Урам тренажерҙары ҡуйыла, ә бөтә арауыҡ хәүефһеҙлек өсөн йомшаҡ резина япма менән ҡаплана.

 Үрге Әүжән

Бында ял паркы тәртипкә килтереләсәк. Планға яҡтыртыу менән яңы ҡойма ҡуйыу, тротуар юлдарын төҙөкләндереү, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу инә.

 Федераль финанслау алыу өсөн территориялар иң күп тауыш йыйырға һәм 21 апрелдән 12 июнгә тиклем үткәрелгән төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреүендә еңеүселәр иҫәбенә инергә тейеш була.

 Халыҡ башланғыстарҙы хупланы - ауылдар программаға инде.

Автор:
Читайте нас