Милли проекттар
4 Сентября , 10:07

Республикала халыҡтың 92% юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин ителгән

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Республикала халыҡтың 92% юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин ителгәнРеспубликала халыҡтың 92% юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин ителгән
Республикала халыҡтың 92% юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин ителгән

Республика етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың аҙағына тиклем йәнә 110 ауыл мобиль интернет һәм ышаныслы элемтә менән тәьмин ителәсәк, уларҙың яртыһынан ашыуы — «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проекты сиктәрендә.

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, уның ярҙамында 100-ҙән алып 1000-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа заманса телекоммуникация ҡорамалы ҡуйыла. Ауылдарҙы халыҡ үҙе билдәләй, йыл һайын Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошо проект буйынса тауыш биреү үткәрелә. Әлеге ваҡытта уның сираттағы этабы бара. Был программа буйынса республиканың 350-нән ашыу тораҡ пунктын элемтә менән тәьмин иттек, беҙҙең халыҡ – проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе», — тине Радий Хәбиров.
БР Башлығы билдәләүенсә, төп трассалар һәм юлдар янында тотороҡло интернет һәм элемтә булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.

«М-12 «Восток» магистраленең яңы участкаһында шылтыратыу һәм интернетҡа сығыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ беҙ Өфө — Белорет юлы менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүгә өлгәштек. Автомобиль юлында 11 база станцияһы, шул иҫәптән Елмәрҙәк бөгөлөндә уникаль объект төҙөлдө», — тип белдерҙе Хәбиров.

Автор:
Читайте нас