Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2018, 18:21

«Ҡарға бутҡаһы»

Майҙың ҡояшлы, йылы кѳндәренең береһендә Олойылға ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, оло йәштәге инәйҙәр, бала-саға “Ҡарға бутҡаһы”на йыйылды.

Майҙың ҡояшлы, йылы кѳндәренең береһендә Олойылға ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, оло йәштәге инәйҙәр, бала-саға “Ҡарға бутҡаһы”на йыйылды.
Байрам башында Мәрзиә апай Шәрипова был йоланың тарихын, нимәнән ғибәрәт булыуын аңлатып үтте. Һуңынан иһә китапхана мѳдире Земфира Хәйретдинова, балалар менән берлектә, йыр- моңдан, шиғырҙарҙан, ҡыҙыҡлы уйындарҙан торған иҫ киткес матур тамаша күрһәтте. Бәләкәстәр күңел асҡан арала, “Алтынай” фольклор тѳркѳмѳнѳң шәп ҡатын- ҡыҙҙары тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таратып бутҡаһын да бешерҙе, сәйен дә ҡайнатты. Ашъяулыҡтар йәйеп, ризыҡтан ауыҙ иткәс, инәйҙәр изге теләктәр теләп, ҡалған бутҡаны ҡош-ҡортҡа һалды. Кескәй генә йыйындан халыҡ ҡәнәғәт ҡалып, күңел күтәренкелеге менән ҡайтты. Күңелле вә фәһемле сараны ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән М. Шәриповаға, Д. Нуримановаға, Ғ. Мѳсәлимоваға, Ә. Нуримановаға, З. Әпҡәдироваға, Ә. Зѳбәйероваға һәм бағыусыларыбыҙ Э. Әхмәтшинаға, Г. Муллағәләмоваға, йола байрамында ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Читайте нас: