Килеүселәр, нигеҙҙә, техника менән идара итеү хоҡуғын биргән юғалған документтарҙы ҡайтанан тергеҙеүгә, техниканы иҫәптән төшөрөүгә, тракторсы-машинист таныҡлығын алыштырыуға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт ҡылды. Ринат Сәхи улы һәммәһен иғтибар менән тыңлап, төплө яуаптар арҡылы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлеш бирҙе; Белорет районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Зәбир Мѳхәррәм улы Ҡазин да уларҙың үтәлешен контролдә тотасағын белдерҙе.
Шәхси һорауҙар менән килеүсе граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, артабан үҙйѳрѳшлѳ машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу процесында ҡағиҙә боҙоуҙы иҫкәртеү ѳсѳн уҙғарылған айлыҡ һөҙөмтәләре һәм аттракцион техникаһын хәүефһеҙ эксплуатациялау мәсьәләләрен яҡтыртҡан эшлекле кәңәшмә үтте. Сарала ауыл хакимиәте башлыҡтары, ял итеү парктары етәкселәре, мәҙәниәт, күңел асыу үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Осрашыуҙың тәүге өлөшөндә Ринат Сәхи улы Ғәлимов Белорет районы һәм ҡалаһында тракторҙар һәм уларҙың тағылмалары буйынса техник тикшереүҙең 2018 йылдың 20 сентябренә бирелгән һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Мәғлүм булыуынса, районда йәмғеһе 1068 трактор теркәлгән, шуларҙың 630-ы үҙ мәлендә техник тикшереү үткән. Теркәлгән тағылмалар һаны - 148 берәмек, тикшереү уҙғандары - 82. Үҙйөрөшлө машиналар менән булған юл-транспорт ваҡиғаларына ла баҫым яһалды, уларҙың сәбәптәре асыҡланды.
Шулай ҙа кәңәшмәлә төп иғтибар Евразия иҡтисад союзының “Аттракциондарҙың хәүефһеҙлеге тураһында” техник регламентына, 2018 йылдың 29 июлендә 245-ФЗ һанлы Федераль закондың 26.3-сө “РФ субъекттарында закондар сығарыусы (һайланма) һәм башҡарма органдарҙы дөйөм ойоштороу принцибы тураһында” статьяһына ингән үҙгәрештәргә, шулай уҡ Федераль закондың 13.2-се “Дәүләт күҙәтеүе һәм муниципаль контроль ваҡытында юридик шәхестәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау тураһында” статьяһына йүнәлтелде.
Ҡатнашыусылар аттракциондарҙың киң таралған төрҙәре, файҙаланыу өсөн кәрәкле документтар, эксплуатациялауға рөхсәт иткән шарттар менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап алды. Кәңәшмә аттракциондарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән саралар, шул иҫәптән аттракцион етәкселәренең дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы менән үҙ-ара килешеп эшләүе тураһында фекер алышыуҙар менән тамамланды.