«2021 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге балаларҙы тулыһынса мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был бик етди, амбициялы бурыс, әммә беҙ уны үтәй алабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илдар Мәүлетбирҙин. — Башҡортостан – иң төҙөгән республика. Ошондай балалар баҡсалары һанын Рәсәйҙә бер нидәй субъект та төҙөмәй».
Өс йәштән ете йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин итеү буйынса алдағы бурысты республика уңышлы атҡарҙы, тип хәтергә төшөрҙө министрҙың беренсе урынбаҫары.
Шулай уҡ Илдар Мәүлетбирҙин мәғариф учреждениеларын ремонтлауға йыл һайын өҫтәмә бер миллиард һум бүлергә ҡарар ителеүен өҫтәне.