Социаль страховкалау фонды “Асыҡ килешеү” компонентын башланы. Яңы проект нимәнән ғибәрәт һуң? Маҡсаты - һатып алыу эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген, ялыуҙарҙы һәм һатып алыу документацияһына ҡарата күҙәтеү органдарына мөрәжәғәттәрҙе кәметеү.
Һатып алыуҙа ҡатнашыусылар араһында намыҫлы көнәркәшлекте булдырыу өсөн тейешле процедуралар башланғансы социаль страховкалау фондының һәм уның территориаль бүлексәләренең һатып алыуҙар тураһында мәғлүмәттәр йәмәғәтселек иғтибарына тапшырыла. Һүҙ ҙур, 1 млн. һумдан ашыу һатып алыуҙар тураһында бара.
Һатып алыуҙар тураһында мәғлүмәт ok.fss.ru сайтында баҫылып сыға. Уның менән теләгән кеше таныша ала. Сайтта мәғлүмәт алыуҙан тыш, һорауҙарға яуаптар ҙа алып була. Асыҡ конкурстар буйынса ҡатнашыусылар ғаризаларын баһалау кретирийҙары ла баҫыла.
Дискуссияла потенциаль тәьмин итеүселәр, башҡарыусылар һәм подрядсылар ғына түгел, дәүләт хеҙмәттәре алыусылар ҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Социаль страховкалау фонды ташламаға эйә булған граждандарҙы реабилитациялауҙың техник саралары, протез-ортопедик әйберҙәр, шифахана-курорт дауалауы, производствола зыян күргән граждандарҙы страховкалау менән тәьмин итә.
Граждандар һәм тәьмин итеүселәр “Асыҡ килешеү” компонентында теркәлгәндән һуң һатып алыуҙар буйынса һорауҙарын бирә, тәҡдимдәр индерә ала. Һатып алыуҙарғә тәғәйенләнешле һорауҙарға яуаптар 2 эш көнө эсендә бирелә.