Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2018, 13:19

Радий Хәбиров законһыҙ эшләгән карьерҙар буйынса үҙ фекерен белдерҙе

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров көньяҡ-көнбайыш райондарына сәфәре һөҙөмтәһе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала законһыҙ рәүештә эшләгән карьерҙар хәле киҫкен тора. Аҙна дауамында был проблема менән шөғөлләнәсәк махсус комиссия булдырыласаҡ.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров көньяҡ-көнбайыш райондарына сәфәре һөҙөмтәһе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала законһыҙ рәүештә эшләгән карьерҙар хәле киҫкен тора. Аҙна дауамында был проблема менән шөғөлләнәсәк махсус комиссия булдырыласаҡ. Радий Хәбиров законһыҙ эшләгән карьерҙар буйынса үҙ фекерен белдерҙе
Радий Хәбиров Урал аръяғы райондары буйынса үҙ фекере менән бүлеште. Кәңәшмә барышында республика бындай карьерҙарҙан яҡынса 110 миллион һум алыуы билдәле булды. Төбәк Башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда таштарҙы эшкәртеү талап ителмәй, сөнки улар Мәскәү, Грозный кеүек һәм баш ҡалаларға оҙатыла.
- Беҙ системалы проблема менән осраштыҡ. Бындай карьерҙар Баймаҡ районында ҡырҡтан ашыу. Ошондай уҡ хәл Асыла, Әбйәлил районында. Бар талаптарҙы боҙоу.Ҡайһы бер карьерҙар ташландыҡ көйөнсә тора. Лицензиялар биреүҙе туҡтатығыҙ. Бирелгән лицензиялар буйынса тикшереү ойоштороу кәрәк. Эш төркөмөн булдырыуҙы һорайым. Хәлде күҙәтеп торорға кәрәк, видеокамералар урынлаштырыу мөһим. Урындағы күп кенә кешеләргә ышанмайым, шул иҫәптән, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә, - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: