Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2018, 13:29

Башҡортостанда йәшәүсе ир теракт тураһындағы ялған хәбәре өсөн хөкөм ителде

Белоретта йәшәүсе 30 йәшлек ир терроризм тураһында ялған хәбәр еткереүе өсөн хөкөм ителде.

Белоретта йәшәүсе 30 йәшлек ир терроризм тураһында ялған хәбәр еткереүе өсөн хөкөм ителде.
Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың сентябрь айында ғәйепләнеүсе өйөндә алкоголь эсемлектәр ҡуллана. Ул Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып, мәктәпкә шартлатҡыс һалыныуы хаҡында хәбәр итә. Йыйылышҡа килгән ата-әсәләр һәм уҡытыусылар бинанан эвакуациялана. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был мәғлүмәтте тикшерә, һөҙөмтәлә, шартлатҡыс табылмай.
Ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлайҙар. Ялған мәғлүмәт өсөн ирҙе 3,5 йылға иректән мәхрүм итәләр. Ул, шулай уҡ, 14 000 һум күләмендә зыян күләмен ҡаплаясаҡ.
Читайте нас: