Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2018, 12:32

Сүп-сар сығарған өсөн хаҡ билдәләнде

1 ғинуарҙан республика халҡы сүп-сар сығарған өсөн түләй башлай. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сар сығарған өсөн хеҙмәттең хаҡын билдәләне.

1 ғинуарҙан республика халҡы сүп-сар сығарған өсөн түләй башлай. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сар сығарған өсөн хеҙмәттең хаҡын билдәләне.
Яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәпләүҙәрҙе районҡала халҡы февраль айынан ала башлай. Ҡалдыҡтарҙы сығарған һәм электр энергияһы өсөн иҫәптәр берләштереләсәк. Сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙе лә, башҡалары кеүек, даими башҡарырға кәрәк буласаҡ.
Берҙәм төбәк операторының хеҙмәтенә тариф, өҫтәмә хаҡҡа һалым менән, бер кубометр өсөн 650 һум 40 тин тәшкил итә. Шулай итеп, күп фатирлы йортта бер кеше өсөн түләү айына яҡынса 140 һум 92 тин, шәхси йортта иһә 200 һум 54 тин була. Республикала дүрт төбәк операторы эшләй.
Башҡортостан халҡына яңы хеҙмәт өсөн субсидия һәм ташламалар ҡаралған. Социаль ярҙамдың ҡануниәт тарафынан билдәләнгән бер нисә варианты ла бар. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә киткән сығымдар ай һайын аҡсалата компенсация һәм субсидия ярҙамында ҡайтарылып торасаҡ.
Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар һәм башҡа граждандарҙың социаль яҡланмаған категориялары ташлама хаҡ менән түләү мөмкинлегенә эйә. 15-20 процентҡа тиклем ташлама ҡаралған. Аҡсалата компенсацияға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларға тиңләшкәндәр, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, радиацияға дусар булыусылар һәм күп балалы ғаиләләрҙең айырым бер категориялары эйә.
Ташламаны йәки субсидияны тәғәйенләү өсөн урындарҙағы Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәктәренә, күп тармаҡлы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә йәки республика порталы аша электрон формала ғариза бирергә була. Документтар исемлеге Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге сайтында күрһәтелгән. Унда “онлайн-калькулятор” ярҙамында яҡынса субсидия күләмен дә белергә мөмкин. “Интерактив онлайнконсультант” документтар исемлеге, социаль ярҙамды билдәләү шарттары һәм тәртибе менән таныштырасаҡ.
“ЭКО-Сити” төбәк операторына ҡараған төбәктәрҙә 200 меңгә яҡын кешенең ташлама алыу хоҡуғы бар. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бурыстары булмағандар ғына ташламалар алыу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас: