Михаил Степанович ғүмер буйы Белорет металлургия комбинатының тимер юлы цехында тимерсе булып эшләгән. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән район халҡы алдында абруй яулаған. Иван Васильевич ветеранға район алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн рәхмәт белдереп, ныҡлы һаулыҡ, балаларын, яҡындарын ҡыуандырып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүен теләне һәм ветеранға сәскәләр гѳлләмәһе бүләк итеп, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын, күстәнәс тапшырҙы.