Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2018, 17:38

Түҙгәнгә - түш

Муниципаль район хакимиәте йортонда ҡыҙыу нѳктәлә хеҙмәт иткән хәрби хәрәкәттәр ветераны Евгений Александрович Вороновҡа тѳҙѳлѳш башлау йә иһә торлаҡ һатып алыу ѳсѳн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата сертификат тапшырылды.

Муниципаль район хакимиәте йортонда ҡыҙыу нѳктәлә хеҙмәт иткән хәрби хәрәкәттәр ветераны Евгений Александрович Вороновҡа тѳҙѳлѳш башлау йә иһә торлаҡ һатып алыу ѳсѳн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата сертификат тапшырылды.
Евгений Воронов Чечен республикаһында хеҙмәт иткән. 1994 йылда армия сафына алынып, 1994 йылда демобилизациялана. Ҡайтҡас, Белорет металлургия комбинатының 16-сы цехына сым һуҙыусы булып эшкә урынлаша һәм хәҙер инде 18 йыл ошо цехта хеҙмәтен дауам итә. Ул тормош иптәше Евгения Васильевна менән бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы, хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, 1998 йылдан бирле торлаҡ алыуға сиратта тора. Сабыр иткән мораҙына еткән тигәндәй, 20 йылдан һуң улар, ниһайәт, теләгенә иреште. Муниципаль район хакимиәте башлығы Вороновтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләп, үҙенең патриотик һәм интернациональ бурысын үтәгәндә Тыуған ил алдында ҡаһарманлыҡ күрһәткән ирегеттәрҙең оло ихтирамға лайыҡ булыуын билдәләне.
Афғанстан, Чечен республикаларындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан һәм торлаҡҡа мохтаж булған ветерандарға ярҙам итеү ѳсѳн 1995 йылдың 12 февралендә «Ветерандар тураһында» Федераль закон сыға. Бындай категория ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы бѳгѳн дә эшләй. 2005 йылға тиклем тѳбәк торлаҡ фондынан торлаҡ бирелһә, 2005 йылдан иһә аҡсалата сертификаттар тапшырыла башлай. Әлеге ваҡытта муниципаль район хакимиәтендә хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан 25 ветеран торлаҡ алыуға сиратта тора. Улар 2005 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпкә ҡуйылған. 2016 йылда 2 ветеранға бындай сертификаттар тапшырылған да инде.
Читайте нас: