Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2018, 19:07

Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тарифтар яңынан ҡараласаҡ

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда ведомство-ара махсус комиссия эшләй башлай. Уның составына власть органдары белгестәре, йәмәғәт ойошмалары активистары һәм төбәк операторҙары вәкилдәре инә. Комиссияның маҡсаты - сүп-сар йыйыу буйынса ҡабул ителгән нормативтарға етди анализ яһау һәм тарифтарҙың формалашыуына аңлатма биреү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың 1-се ғинуарынан коммуналь түләүҙәр квитанцияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар тураһында айырым мәғлүмәт күрһәтелә. Уға сүп-сарҙы йыйыу, транспорт менән сығарыу, эшкәртеү, полигондарға күмеүгә киткән сығымдар инә.
Әлегә тиклем торлаҡ хеҙмәттәренең был төрө өсөн айырым түләү билдәләнмәне. Башҡарылған хеҙмәт өсөн хаҡ берҙәм тарифтан сығып иҫәпләнәсәк.
https://bash.news/news/84132_knkresh_aldytaryn_syaryu_sn_tariftar_yaynan_aralasa?lang=
Читайте нас: