“Йәштәр тауышы” серияһында сыҡҡан 72 биттән торған китаптың тиражы 500 дана. 2015 йылда үткән “Әҙәбиәт йылы” марафонында республикабыҙҙың билдәле шағирҙары уның ижадына юғары баһа бирҙе. Үҙенсәлекле яҙыу стиле булған шағирәнең шиғырҙары уйландыра, һоҡландыра, көлдөрә һәм илата. Һәр шағир йә шағирә үҙенең уйкисерештәрен, тойғоларын ҡағыҙ битенә күсерә. Һәммәгеҙҙе лә Рәсимә Сәлихованың “Күңел ҡапҡаларын” асып инеп, уның йөрәк һәм күңел түренән сыҡҡан ижад шишмәһенән ауыҙ итергә саҡырабыҙ. Ә инде ҡәләмдәшебеҙгә киләсәктә лә дәртләнеп, сәмләнеп ижад итеүен, күңел ҡапҡаһының һәр саҡ асыҡ, һәр саҡ балҡып, үҙенә саҡырып тороуын теләйбеҙ.