Халыҡтың көндәлек проблемаларын, реаль мәсьәләләрен хәл итеү, йәшәйеш кимәлен күтәреүҙә ярҙам итеү Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының төп бурыстарының береһе булып тора. Ошондай юҫыҡтағы эш сәфәре менән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында граждандарҙы ҡабул итте.
Унда йәмғеһе ете кеше - электр уты, Шушпа ауылы юлдарына таш түшәү һәм ауыл аша ағас ташыусы машиналарҙың йөрөүен тыйыу, Ишле ауылында клуб булдырыу мәсьәләһе, ҡала Мәҙәниәт һарайын, Йөйәктә һәм Тирләндә социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, Инйәрҙәге сәнғәт мәктәбен киңәйтеү мәсьәләләре менән мөрәжәғәт ҡылды. Шулай уҡ Тимер юл ауылы менән дауахана ҡаласығы йүнәлешендә автобус маршрутын асырға һәм даими йөрөүен тәьмин итергә ярҙам һоранылар. Халыҡтың мөрәжәғәттәре һәм һорауҙары хәл итеү өсөн контролгә алынды.