Конкурста Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Бүздәк райондарының театр коллективтары ҡатнашты. Беренсегә ойошторолған сарала Ғафури халыҡ театры Гран-при яуланы.
Сәхнәлә Бөрйән районы Яңы Монасип ауылының үҙешмәкәр халыҡ театры. Һәүәҫкәр артистар республика фестиваленә Рәлиф Кинйәбаевтың "Ҡәйнәмде урлағандар" комедияһын алып сыҡҡан. Бөгөнгө көнгә ауаздаш спектаклдә оло һәм йәш быуын вәкилдәренең тормошо, бер-береңә ихтирам кеүек мәңгелек темалар күтәрелә. Сәхнә әҫәре тамашасыны бар донъяһын онотоп көлөргә лә, уйланырға ла мәжбүр итте.
Рәис Ҡыуандыҡов, Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы мәҙәниәт йорто директоры: “Ауыл халҡы ихлас ҡабул итә, күрше ауылдарҙан да килеп ҡарайҙар. Тамашабыҙҙы башҡа ауылдарға ла сығып күрһәтәбеҙ”.
Әхтәм Әбүшахманов призына ойошторолған һәүәҫкәр театрҙарҙың беренсе республика фестивалендә тиҫтәгә яҡын коллектив ҡатнашты. Өс көн дауамында улар халыҡҡа һәм абруйлы баһалама ағзаларына үҙҙәренең иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итте.
Әхтәм Әбүшахманов, Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе: “Беҙҙең профессиональ театрҙарҙың киләсәге халыҡ театрҙарының нигеҙендә ята. Сөнки улар тамашасыны тәрбиәләй, улар беҙгә кадрҙар әҙерләй”.
Һәр сығыш һуңында профессиональ белгестәр спектаклдәрҙе әҙерләүселәргә, актерҙарға тәнҡит- теләктәрен еткерҙе. Шулай ҙа үҙешмәкәр артистарҙың күбеһенең оҫталыҡтарын жюри ағзалары юғары баһаланы.
Нурия Ирсаева, РСФСР-ҙың халыҡ артисы: “Үҙешмәкәр тип ҡарамайһың, ҡайһы-берҙә ысын артистар тип тә уйлап ҡуяһың. Өлгөргәндәр. Режиссерҙар улар менән эшләй башлаған”.
Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Красноусолдан килгән театр Гран-при менән бүләкләнде. Ғафуриҙар Салауат Әбүзәрҙең "Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала..." тигән комедияһы менән сығыш яһаны. Призлы урындарға шулай уҡ Баймаҡ районы Иҫке Сибай, Әбйәлил районы Хәлил һәм Белорет районы Инйәр ауылдарының халыҡ театрҙары лайыҡ булды. Бынан тыш, баһалама ағзалары төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләнде.
Спектаклдәрҙе ҡарауҙан тыш, республиканың төрлө төбәктәренән килгән режиссерҙарға оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, үҙешмәкәр театрҙарҙы йәнләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышынды.