Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2018, 13:52

Межгорье башлығы Виктор Панченкоға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмек хакимиәте башлығы Виктор Панченко «Вазифа вәкәләттәрен уҫал ниәт менән файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды.

Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмек хакимиәте башлығы Виктор Панченко «Вазифа вәкәләттәрен уҫал ниәт менән файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Был мәғлүмәтте Рәсәй Тәфтиш комитетында раҫланылар. Әлеге мәлдә чиновникка хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә.
«КоммерсантЪ» мәғлүмәттәре буйынса, тәфтишселәр Панченконан муниципаль мөлкәт менән законһыҙ килешеүҙәр мәсьәләһе буйынса һорау алған. Хәҙер ғәйепләнеүсе Белорет Тәфтиш изоляторында ултыра.
Читайте нас: