Бөгөн Белорет район-ара перинаталь үҙәгендәге иң кескәй пациенттың ауырлығы — 1 килограмм 4 грамм, уны махсус ҡулайламала ҡарайҙар, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фейсбуктағы сәхифәһендә. Радий Хәбиров дауалау учреждениеһы эше менән Белорет районына сәфәре барышында танышты.
Республика етәксеһе үҙәктә эшләгән табиптар хаҡында ла һөйләне. Иң йәш табип Елена Овчинниковаға 31 йәш, ул алты йыл эшләй.
«Уҙған тәүлектә Елена Владимировна һәм уның коллегалары ярҙамы менән 7 сабый — 4 малай менән 3 ҡыҙ тыуҙы, уларҙың береһе игеҙәк», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Белорет район-ара перинаталь үҙәгенең баш табибы Евгений Кустов билдәләүенсә, был уртаса күрһәткес, башҡа көндәргә ҡарағанда күп тә, аҙ ҙа түгел. Бында йылына уртаса 2000 малай һәм ҡыҙ донъяға килә.
«...Был кешеләрҙе йыш әрләйҙәр. Маҡтауға ҡарағанда, йышыраҡ әрләйҙәр тип әйтер инем. Пациенттар уларҙы аңлап етмәй, — тип фекере менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. — Яңыраҡ ошо бала табыу йортондағы туҡланыуға бәйле ялыуҙы тикшерҙек. Шундай осраҡтар булһа ла, беҙ улар бөтөнләй булмаһын өсөн тырышабыҙ».
Белорет үҙәк район дауаханаһы балалар хеҙмәтен, бала табыу йортон, психоневрология диспансерын, психиатрия дауаханаһын, 585 койкалыҡ стационарҙы, дүрт участка дауаханаһын, һигеҙ амбулаторияны һәм 42 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә. Уларҙа 268 табип эшләй. Кадрҙар тураһында һөйләгәндә, баш табип Белореттың дауалау учреждениеларына тар йүнәлешле белгестәр, педиатрҙар кәрәклеген әйтте.