Рейтингты әҙерләгәндә сервис эксперттары төрлө категориялы ҡунаҡханаларҙан тыш, шәхси фатирҙарҙың да хаҡын иҫәпкә алған. Шулай уҡ улар туристарҙың торлаҡҡа уртаса 2-3 көнгә заказ биреүен һәм ҡуртым өсөн тәүлегенә ике мең самаһы аҡса тотоноуын асыҡлаған.
Яңы йыл байрамдарында йәшәү өсөн иң арзан ҡалалар — Пермь (тәүлегенә 1,3 мең һум), Каменск-Уральский (1,4 мең), Белорет (1,8 мең), Смоленск (1,9 мең) һәм Рязань (2 мең). Мәғлүмәттәр 2018 йылдың 29 декабренән 2019-ҙың 8 ғинуарына тиклем актуаль.