Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2018, 17:29

Майҙан тылсымға төрөндө

Тылсымлы, мөғжизәле Яңы йыл осорон балалар ғына түгел, һәр беребеҙ һағынып көтәбеҙ. Хәтеребеҙҙә был байрам сағыу һәм иҫтәлекле булып ҡалһын өсөн Өфөнән килгән ирекле рәссамдар ҙур тырышлыҡ һала. Улар әле боҙло ҡаласыҡ төҙөү өҫтөндә эшләй.

Төрлө әкиәт һындары, персонаждар, киләһе йылдың символы - ҡабан, боҙҙан яһалған лабиринт, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары ҡаласыҡты биҙәйәсәк.
Майҙанда ҡаланың төп шыршыһы күптәнән урынлаштырылған. Белорет электр селтәрҙәре ойошмаһы әлеге ваҡытта уны, боҙло ҡаласыҡты гирляндалар менән биҙәй. Шулай уҡ һырғалаҡ төҙөргә ҡалған.
Белорет ҡалаһына беренсе тапҡыр килгән оҫталар бөтә эште ошо көндәрҙә тапшырырға өмөтләнә.
Читайте нас: