Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2018, 12:06

Ишле ғаиләләргә - дәүләт хәстәре

"Һаумыһығыҙ, хѳрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре. 2018 йылда Башҡортостан Республикаһында тыуған сабыйҙар ѳсѳн ниндәй социаль түләүҙәр ҡаралған? Был һорау буйынса ҡайҙа, кемгә мѳрәжәғәт итергә мѳмкин? И. РӘХМӘТОВА.

"Һаумыһығыҙ, хѳрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре. 2018 йылда Башҡортостан Республикаһында тыуған сабыйҙар ѳсѳн ниндәй социаль түләүҙәр ҡаралған? Был һорау буйынса ҡайҙа, кемгә мѳрәжәғәт итергә мѳмкин?
И. РӘХМӘТОВА.
Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең Белорет филиалы директоры Светлана Владимировна ПАВКИНА аңлатма бирҙе.
- Тәүге һәм икенсе балаға ҡаралған айлыҡ түләүҙәргә килгәндә, тейешле Закон 2018 йылдың 1 ғинуарынан кѳсѳнә инде. Уға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы гражданлығына эйә ҡатындарға беренсе йә икенсе сабыйы тыуған (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алынған) осраҡта, айлыҡ түләү тәғәйенләнә.
2018 йылдың башынан беҙгә, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет районы буйынса филиалына, был тѳр социаль ярҙам йәһәтенән 36 кеше мѳрәжәғәт итте.
Әгәр бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа (йә балалыҡҡа алынһа), Рәсәй Федерацияһы гражданлығына эйә булһа, ғаиләнең йән башына уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында эшкә һәләтле халыҡтың йылдың икенсе кварталы ѳсѳн билдәләнгән йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаһа, шул осраҡта айлыҡ түләү билдәләнә. Пособие суммаһы тѳбәктә уҙған йылдың икенсе кварталында балалар ѳсѳн билдәләнгән йәшәү минимумы кимәленә, йәғни 8892 һумға тиң.
Атай-әсәйҙең килеме ғариза бирелгәнгә тиклемге һуңғы 12 календарь ай буйынса иҫәпләнә. Ғариза биреүсенең тәүге мѳрәжәғәтенән һуң айлыҡ түләү бер йылға тәғәйенләнә. Был ваҡыт үтһә, балаға йәш ярым тулғансы түләнергә тейешле пособие ѳсѳн йәнә ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.
Түләү әсәнең исеменә асылған иҫәпкә күсерелә.
Пособие юллар ѳсѳн ғаризаға ҡушып, түбәндәге документтарҙы килтереү зарур:
- атай-әсәйҙең паспорттары;
- бала тыуыу (йәки балалыҡҡа алыу) тураһында таныҡлыҡ;
- баланы ҡарауға алыу тураһында опека һәм попечителлек органы ҡарарынан күсермә;
- атай-әсәйҙең 12 айлыҡ килеме тураһында белешмә; - ғариза биреүсенең һәм бѳтә ғаилә ағзаларының СНИЛС-тары.
- кредит ойошмаһынан иҫәп реквизиттары тураһында белешмә.
Иҫегеҙгә тѳшѳрәм: пособие бала тыуған кѳндән алып уға йәш ярым тулғанға тиклем тәғәйенләнә. Шуныһы ла бар: бала тыуғандан 6 ай эсендә ғариза менән мѳрәжәғәт иткәндәргә түләү сабый тыуған кѳндән билдәләнһә, бүтән осраҡта иһә ғариза менән мѳрәжәғәт иткән кѳндән түләнәсәк.
2018 йылда Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет районы буйынса филиалына был түләү йәһәтенән 52 кеше мѳрәжәғәт итте. Айлыҡ түләү 8 993 һум тәшкил итә. Пособие атай-әсәйҙең береһенә йәки уларҙы алыштырған кешегә тәғәйенләнә.
Түләүҙе юллау ѳсѳн түбәндәге документтар талап ителә:
- атай-әсәйҙең паспорттары, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, 14 йәштәре тулған осраҡта - паспорттары;
- ғаилә составы тураһында белешмә;
- никах тураһында танытма;
- ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының ғариза бирелгәнгә тиклемге һуңғы ѳс календарь айҙағы килеме тураһында белешмә;
- хеҙмәт кенәгәһе (эшләмәүсе граждандар ѳсѳн);
- ғариза биреүсенең һәм бѳтә ғаилә ағзаларының СНИЛС-тары;
- ер участкаһының үлсәме йәки уның юҡлығы тураһында белешмә (ауыл ерендә йәшәүсе граждандар ѳсѳн).
Аҡсалата айлыҡ түләү бала тыуғандан алып 12 айға тәғәйенләнә. Документтарҙы сабый тыуғандан һуң алты ай эсендә тапшырырға кәрәк. Бының ѳсѳн Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 51а адресы буйынса урынлашҡан Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет районы буйынса филиалына (10-сы кабинетҡа) йәки Күп функциялы үҙәккә мѳрәжәғәт итергә мѳмкин.
Икенсе бала тыуғанда ғаризаны Пенсия фонды идаралығына тапшырыу зарур. Был осраҡта пособие Әсәлек капиталы иҫәбендәге аҡса менән түләнә.
Ҡабул итеү бүлмәһенә иһә http://rcspn.mintrudrb/ru/ сайты аша йә 8(34792)3-06-23 телефон һандарын йыйып, алдан яҙыла алаһығыҙ.
Читайте нас: