Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 14:50

Тормошҡа бәхет асҡыстары...

Үткән йома муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында етем балаларға тантаналы рәүештә фатир асҡыстары тапшырылды. Өр-яңы йорттарҙан фатир алыу бәхетен алты йәш кеше татыны.

Үткән йома муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында етем балаларға тантаналы рәүештә фатир асҡыстары тапшырылды. Өр-яңы йорттарҙан фатир алыу бәхетен алты йәш кеше татыны.
Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов йәштәрҙе ихлас ҡотлап, дәүләтебеҙҙең етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлеүен билдәләп үтте.
- Бөгөнгө көндән һеҙҙең торТормошҡа бәхет асҡыстары... Үткән йома муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында етем балаларға тантаналы рәүештә фатир асҡыстары тапшырылды. Өр-яңы йорттарҙан фатир алыу бәхетен алты йәш кеше татыны. мошта яңы осор башлана. Фатир - ул алда төҙөләсәк йәшәйешегеҙҙең нигеҙе. Бынан ары һәр кемегеҙ, һис икеләнмәйенсә, уйхыялдарығыҙҙы, пландарығыҙҙы ғәмәлгә ашыра алаһығыҙ! - тине ул егет-ҡыҙҙарҙы дәртләндереп.
Тантаналы өлөштән һуң, сарала ҡатнашыусылар яңы йорттарға табан юлланды. Яҡты, иркен, бөтә уңайлыҡтары ла булған торлаҡтар бөгөндән үк йәшәү өсөн әҙер. Бер ыңғайҙан, газ хеҙмәте эшселәре фатирҙарҙың яңы хужаларын зәңгәр яғыулыҡ ҡорамалдары менән дөрөҫ файҙаланыу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, йыл аҙағынаса йәнә ике торлаҡ тапшырыу планлаштырылған.
Читайте нас: