Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш белгестәргә торлаҡ һатып алыу өсөн яңы программа әҙерләргә ҡушты. Ул шишәмбе, 18 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда шул хаҡта белдерҙе.
«Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Белгестәр етешмәү мәсьәләһенән ситкә тайпылырға, миңә «был минең вәкәләттәремә инмәй» тип әйтергә кәрәкмәй. Биләмәләрегеҙ өсөн һеҙ яуаплы! — тине республика етәксеһе. — Көтмәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ, кәрәкле белгестәрҙе үҙегеҙ эҙләгеҙ, уларға социаль, көнкүреш йәһәтенән урынлашырға ярҙам итегеҙ. Улар өсөн йырлаһағыҙ ҙа, бейеһәгеҙ ҙә була – ҡалһындар ғына».
Атап әйткәндә, республика райондарында медицина кадрҙары етешмәүе мәсьәләһе киҫкен тора. Бөгөн беҙҙең дауалау учреждениеларына өҫтәмә рәүештә 1300-гә яҡын табип кәрәк, тине Радий Хәбиров.
«Киләһе йылда 125 табипҡа — райондарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барған тар йүнәлешле белгескә миллионышар һум бирелә. Килешеү төҙөп, «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙы алмаған тағы 150 белгескә шундай уҡ түләүҙәр тапшырыла», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Төбәк етәксеһе бөгөн Өфөгә ике йыл элек «Ауыл табибы» программаһы буйынса Ырымбурҙан Мәсетле районының Түбәнге Бобино ауылына эшкә килгән Сәлмәевтар ғаиләһен саҡырған. Урындағы халыҡ уларҙың эше менән бик ҡәнәғәт.
«Йыл дауамында дауахана уларҙың ҡуртым фатиры өсөн түләгән. Хәҙер иһә ғаилә программа сиктәрендә алған миллион һумға үҙҙәренә өй һала, — тип хәбәр итте Радий Хәбиров. — Өсөнсөгә бала көткәнегеҙҙе беләм. Саҡырһағыҙ, икенсе тапҡыр мотлаҡ һеҙгә инеп сығырмын һәм яңы йортта нисек йәшәгәнегеҙҙе ҡарармын».
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, муниципалитет башлыҡтарының эше табиптарҙың һәм башҡа белгестәрҙең социаль-көнкүреш күрһәткесе буйынса ла баһалана.
«Хөкүмәткә йәш белгестәргә артабан һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртым торлағын биреү буйынса республика программаһын әҙерләү бурысын йөкмәтәм», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ҡайҙа ғына халыҡ менән осрашмаһын, уларҙы бер нәмә борсой: лайыҡлы эш булмағас, байтаҡ ир-егеттәр республиканан ситкә эшкә китә.
«Нигеҙҙә себер яҡтарына, һаулыҡтарын бөтөрөп. Бынан тыш, йыш ҡына ғаиләләр тарҡала. Беҙ иһә эшкә һәләтле халыҡты юғалтабыҙ. Бөгөнгә был республикабыҙ өсөн төп саҡырыуҙарҙың береһе тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.