Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2018, 11:52

Яңы йылдан нимәләргә хаҡ арта?

2019 йылда бензинға, тәмәкегә, шарапҡа һәм автомобилдәргә хаҡ арта, тиелә Үҙәк банктың «Аҡса-кредит сәйәсәте тураһында» докладында. Материалды «Известия» гәзите өйрәнде.

2019 йылда бензинға, тәмәкегә, шарапҡа һәм автомобилдәргә хаҡ арта, тиелә Үҙәк банктың «Аҡса-кредит сәйәсәте тураһында» докладында. Материалды «Известия» гәзите өйрәнде.
Көйләүсенең фаразы буйынса, акциздарҙың үҙгәреүенә бәйле яғыулыҡ һәм тәмәке 4,6% сиктәрендә, алкоголь — 0,9%, ә автомобилдәр 0,2% ҡиммәтләнә. Шуның менән бергә өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың үҫеүе нигеҙендә инфляция 4-тән 5-5,5% тиклем арта. Әгәр ошо һалым барлыҡ тауарҙар төркөмөнә йоғонто яһамаһа — аҙыҡ-түлеккә ставка льготалы ҡала, ә бына бензиндың ҡиммәтләнеүе транспортировка өсөн сығымдарҙы йәлеп итә, был иһә бөтә етештереүселәргә лә тиерлек ҡағыла. Шул сәбәпле киләһе йылда көнкүреш техникаһы, электроника, аяҡ кейеме, кейем-һалым һәм транспорт хеҙмәттәре ҡиммәтләнә. Хәүеф төркөмөндә икмәк-ҡалас изделиелары, емеш-еләк һәм йәшелсә-емеш тә бар — уларҙың үҙҡиммәтендә лә ташыуға һәм һаҡлауға сығымдарҙың өлөшө ҙур.
Читайте нас: