2019 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсияһы мең һумға арта һәм 15 414 һум тәшкил итә, тип хәбәр итте вице-премьер Татьяна Голикова. Ул арттырыуҙың һәр пенсионер өсөн индивидуаль буласағын билдәләне.
Индексация 30,7 миллион пенсионерға ҡағыла.
Башҡортостанда арттырылған пенсияны яңы йылдың 3 ғинуарынан уҡ тарата башлайҙар.