Республика парламенты рəйесе Константин Толкачев билдəлəүенсə, граждандар проектҡа əүҙем ҡушылған. Мөрəжəғəттəрҙең күбеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, юлдарҙы тəртипкə килтереү, халыҡты социаль хеҙмəтлəндереүгə ҡайтып ҡала. Халыҡ шулай уҡ спиртлы эсемлектəр һатыуҙы тыйыу, торлаҡ мөнəсəбəттəрен көйлəү кеүек ҡəтғи закон проекттары ла тəҡдим иткəн.