Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2019, 13:41

Иң яҡшы етәксе билдәләнә

Яҡын арала Республика Хөкүмәте аппараты муниципаль район етәкселәренең эшен баһалаясаҡ.

Яҡын арала Республика Хөкүмәте аппараты муниципаль район етәкселәренең эшен баһалаясаҡ.
Рейтинг 72 күрһәткес буйынса төҙөлә. Документҡа ярашлы, ул «Сифатлы тормош», «Талантлы балалар», «Һөҙөмтəле муниципалитет», «Үҫеш билəмəһе» күрһəткестəре буйынса əҙерлəнə. Уларҙың иң мөһимдәре - торлаҡты сафҡа индереү күләме, табиптар менән тәьмин итеү, урамдарҙың, мәктәп, балалар баҡсаларының тирә-яғы яҡтыртылыуы, бер сменала уҡытҡан мәктәптәр һаны, алданған өлөшсөләр һәм пассажирҙарҙы законһыҙ ташыусыларҙың булмауы, эш хаҡы буйынса бурыс һәм башҡалар. Граждандарҙың фекере лә иҫәпкә алына. Иң яҡшы муниципалитеттарға районды үҫтереү өсөн гранттар биреләсәк, аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Улар муниципалитет үҫеше өсөн тотонолорға тейеш.
Читайте нас: