Башҡортостандың биш ҡалаһында лифттарҙы алмаштырыу һəм ремонтлау өсөн 688 млн. һум аҡса бүленə. «Төбəк операторы» фонды аукцион иғлан итте, эштəрҙе башҡарыусы компаниялар 21 ғинуарҙа һайлана. 2 сентябргə тиклем Өфө, Стəрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һəм Күмертау ҡалаларында 300 лифт ремонтланырға, алмаштырылырға тейеш.
Был йәһәттән Белорет районы ла ҙур уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, былтыр, дәүләт программаһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа файҙаланыу ваҡыты уҙған һәм капиталь ремонт талап ителгән 27 лифт алыштырылды. Был маҡсаттан 60 млн. һум аҡса тотонолған. Һуңғы ѳс йыл да ҡалала бѳтәһе 47 лифт алыштырылған, аныҡлабыраҡ әйткәндә, был булған лифттарҙың 50 проценты тигән һүҙ.
Был эш 2019 йылда ла дауам итә. Быйыл 14 лифтты яңыртыу планға индерелгән. Шуныһы яҡшы, заманса талаптар буйынса лифт кабиналары менән бергә уларҙы эшләткән станциялар ҙа алыштырылып, яңыса эшләй башланы.