-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2019, 11:12

Өфө - Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһының баш ҡалаһы

2019 йылдың авгусында Өфөлә VI Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы финалы уҙа. Башҡортостандың баш ҡалаһына илдең 70 төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы килә.

2019 йылдың авгусында Өфөлә VI Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы финалы уҙа. Башҡортостандың баш ҡалаһына илдең 70 төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы килә.
Ярышта шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән пенсионерҙар ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр ресубликаның Спорт министрлығында. Һәүәҫкәр спортсылар өҫтәл теннисында, йөҙөүҙә, еңел атлетикала, ҡатнаш эстафетала, атыуҙа, шахматта, дартста һәм ГТО нормативтарында иң шәптәрҙе асыҡлай.
Бынан алда Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһының финал ярыштары Чебоксарҙа, Һарытауҙа, Тулала, Пензала һәм Новосибирскиҙа уҙҙы.