Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ведомости» гәзитенә интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе шихандар — Торатауҙы һаҡлап ҡалып, шихандарҙың береһен – Ҡуштауҙы Башҡортостан сода компанияһына биреү буйынса ҡарарына йәнә асыҡлыҡ индерҙе.
«Был ауыр ҡарар булды. Мине республикаға тәғәйенләгәнсе, Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем ошо конфликт тураһында белгәндер – ул саманан тыш арттырылды. Конфликттың бик күп сәбәптәрен белә һәм уны мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә кәрәклеген аңлай инем, — тине Радий Хәбиров. — Республиканың ҙур предприятиеһында бик күп кеше эшләй, тиҙҙән унда сеймал менән бәйле проблемалар тыуыуы бар. Икенсе мәсьәлә: Башҡортостан сода компанияһы бер нисә тәбиғәт объектына дәғүә итә. Мин бер ҡасан да Йөрәктау менән Торатауҙы биреүгә юл ҡуймаҫ инем».
Республика етәксеһе хәлде сәйәсиләштерүгә ҡаршы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Уның фекеренсә, Торатау башҡорттар ғына түгел, ә республиканың бөтә халыҡтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Радий Хәбиров проблеманы оҙаҡ тикшереүе, Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге, экологтар, йәмәғәтселәр, эксперттар менән күп һөйләшеүе һәм ҡарар ҡабул итеүе хаҡында һөйләне.
«Ҡуштау ҙа шихан, ләкин республикабыҙҙа ундайҙар 80-гә яҡын, ул файҙаланыла, һаҡланыу статусы ла юҡ. Тауҙағы ҡомартҡыларҙы икенсе урынға күсерергә уйлайбыҙ, — тип хәбәр итте башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — Ошо тауҙарға теймәһендәр өсөн Торатау менән Йөрәктауға махсус статустар бирергә теләйбеҙ. Геопарктар булдырырбыҙ һәм уларҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары итеп таныуҙарына өлгәшербеҙ».